

Күптән түгел Ғәйнетдин Ғәзиз улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде.
Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовҡа миҙал тапшырған тантаналы мәлдә беҙгә лә ҡатнашырға насип булды. Шулай уҡ унда район хакимиәте вәкилдәре лә бар ине.
– Ғәйнетдин Ғәзиз улы – халҡым тип янып йәшәгән ир-егеттәрҙең береһе. Уны элек-электән беләм. Әйткән һүҙендә тороуы, маҡсатына ынтылыусанлығы, һәр эште төптән уйлап хәл итеүе – ошо күркәм сифаттар биҙәй уны. Егәрлелеге, эште ойоштора белеүе менән дә күптәргә үрнәк булып тора, – тине Юлай Юныс улы, награданы тапшырып.
“Булыр бала – биләүҙән” тигән халыҡ. Ошо райондың Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән Ғәйнетдин Ғәзиз улы бала саҡтан ер эшенә, ауыл тормошона тартыла. Ул ғына ла түгел, “Мин үҫкәс, колхоз рәйесе булам” тигән ҙур хыял менән яна ул. Атаһы колхозда ябай малсы булып эшләгәс, был тармаҡтың бар нескәлеген бала саҡтан тойоп-күреп үҫә. Әйткәндәй, атаһы Бөйөк Ватан һуғышы яугире була, егәрлелеге, тура һүҙлелеге, дөрөҫлөктө яратыуы менән ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙана. Алты улын да үҙенең өлгөһөндә тәрбиәләй. “Атайымдың эшһеҙ ултырғанын бер ҙә күрмәнек”, – был һүҙҙәрҙә лә ғаиләләге хеҙмәт тәрбиәһе сағыла.
Кешене маҡсат алға әйҙәй. Күңелеңдә маҡсат булһа, ҡаршылыҡтар күренмәй. Бөгөнгө мәҡәләм геройы ла проблемаларҙы урап үтергә түгел, ә уртаһынан ярып барырға йәштән өйрәнгән. Студент сағында ауылға ҡайтырға ашҡыныуы шул тиклем көслө була, хатта Мәскәү технология институтының Өфөләге филиалында иҡтисадсы һөнәренә уҡып, диплом алып өлгөрмәҫ элек эшкә тотона. Атаһының, әсәһенең, үҙенең пай ерҙәрен ҡушып, 20 гектар тирәһе ерҙә иҫке генә “ДТ” тракторында башланып китә тәүге хеҙмәт тәжрибәһе...
...Ана шул дәүерҙән 30 йыл үтеп киткән. Был ваҡыт эсендә ҙур хужалыҡтың етәксеһенә әйләнгән Ғәйнетдин Ғәзиз улы. Иң мөһиме – ҡайҙандыр ярҙам көтөп ултырмаған, күбеһенсә үҙ көсө, тырышлығы менән барыһына ла өлгәшкән.
Бөгөн хужалыҡтың майҙаны дүрт мең гектарҙан артып китә, заманса яңы техника ла хәҙер рәт-рәт булып теҙелеп ултыра. “Ватан”дың үҙенсәлекле яҡтары аҙ түгел. Беренсенән, ул – районда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән берҙән-бер хужалыҡ, икенсенән, үҙе үҫтергән малсылыҡ продукцияһын эшкәртеп, ит ризыҡтары етештерә. Кооператив сығарған ҡаҙылыҡ, колбаса, ыҫланған, ҡаҡланған ризыҡтар күптән үҙ һатып алыусыларын тапҡан. Сауҙа нөктәләрендә лә оҙаҡ һаҡланып ятмай улар, шуға күрә башҡа ҡалаларҙан килеп, “Ватан” ризыҡтары һатылған магазиндарҙы эҙләүҙәре ят күренеш түгел. Киләсәктә Өфөлә лә үҙ сауҙа нөктәләрен булдырырға ниәтләй хужалыҡ етәксеһе.
Ситтән килеп, тауыҡ, ҡаҙҙарын ҡаҡлатыуҙы йәки ҡаҙылыҡ, колбаса эшләп биреүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Был хеҙмәтте лә ихлас башҡара ит эшкәртеү оҫталары. Бигерәк тә, Мәләүез, Күгәрсен яҡтарынан күп киләләр икән.
Заман талаптарына тура килгән мал һуйыу майҙансығын булдырып та эштәрен еңеләйткәндәр. Үҙҙәренең малын салыр өсөн ҡайҙалыр йөрөргә түгел, барыһы ла хужалыҡта башҡарыла. Бары ситтән генә малды ҡабул итә алмайҙар.
Республиканың ауыл хужалыҡтары араһында беренселәрҙән булып ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өсөн инсинератор ҡорамалы алыуҙары ла бында алдынғы ҡарашлы белгестәрҙең эшләүе хаҡында һөйләй. Бының да уңайлы яҡтары күп булыуын белдерҙеләр. Ошо рәүешле мал ҡәберлеге кәрәклеге лә юҡҡа сыҡҡан.
“Ватан” орлоҡсолоҡ хужалығы булараҡ та дан алған. Хәҙер инде биш йыллап элиталы орлоҡтар етештереп, башҡа райондарға ла һаталар. Бигерәк тә улар бойҙайҙың “Ватан” сортына иғтибар бирә.
Хеҙмәткәрҙәренә ҡарата уңайлы шарттар, яҡшы эш хаҡын хәстәрләгәс, кадрҙар яғынан да ауырлыҡ тойолмай бында. Ситтән килеп эшләгәндәр өсөн ятаҡ бар, туҡландырыу ҙа бушлай ойошторолған. Хеҙмәтенә ҡарата ихтирам, үҙенә хәстәрле мөнәсәбәт булған урынға, әлбиттә, кадрҙар ҙа килергә ынтылып тора. Ерҙә тир түккән ябай хеҙмәтсәндәрҙең эшен баһалай белеү айырыуса мөһим бөгөнгө заманда.
Малай ғына сағындағы “колхоз рәйесе булам” тигән хыялын тормошҡа ашырыу өсөн, үҙенә күп көс һалырға, уңышты бөртөкләп йыйырға тура килә Көйөргәҙе егетенә. Был йәһәттән уға иҡтисади белеме лә, ныҡышмал холҡо ла, коллективы ла, ғаиләһе лә ныҡлы таяныс була, шуға ла ғүмер үренә артылғанда күңелендә үкенес юҡ.
Ғаиләлә алты малай араһында иң төпсөгө булғас, Ғәйнетдин Ғәзиз улы олоғайған көндәрендә ата-әсәһен дә ҡарай, уларға ағастан матур итеп йорт һалып бирә. Ғәзиздәре, ҡәҙер-хөрмәт күреп, 93 йәшкә етеп, мәрхүм була.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәйнетдин Мөхәмәтов һымаҡ ныҡлы баҫып торған ысын ер хужалары күберәк булған һайын, йәмғиәтебеҙ ҙә нығына, көсәйә бара.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА