Йәмғиәт
12 Ноябрь 2022, 14:00

"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө батальон яугирҙәре менән осрашты.

"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!""Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"

Бөгөн Өфөлә Росгвардияның генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнешле отряды базаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемен йөрөткән өсөнсө башҡорт батальоны яугирҙәре менән осрашты. Сарала Росгвардияның Волга буйы округы командующийының хәрби-сәйәси (сәйәси) эш буйынса урынбаҫары генерал-майор Алияр Абдуллаев ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, подразделениены ойоштороу тәҡдиме менән хоҡуҡ һаҡлау ғәскәрҙәре ветерандары сығыш яһағайны. Отставкалағы көс структуралары офицерҙары һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар батальон булдырыу идеяһын хуплап ҡаршы алды.

– Подразделениены ойоштороуҙың нисек үткәнен күрергә теләнем. Бик һөҙөмтәле эш алып барыла. Ҡыйыу ҡарарығыҙ өсөн республика исеменән рәхмәт белдерәм. Росгвардия етәкселегенең һеҙҙең башланғысты хуплағаны мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ике башҡорт батальоны махсус хәрби операция заданиеларын үтәй ҙә инде. Яугирҙәр менән бәйләнештә булырға тырышабыҙ. Улар эргәһендә кәңәшсем Алик Камалетдинов бар. Ул, командование беҙҙең егеттәр тураһында бик яҡшы фекерҙә, тип билдәләй, – тине Радий Хәбиров.

Яугирҙәр Башҡортостан етәкселегенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хәрби рухтың ҡаҡшамаҫлығын билдәләне.

Республика Башлығы, техник яҡтан һәм экипировка буйынса ярҙам саралары артабан да дауам итәсәк, йөкләмәләрҙе үтәйәсәкбеҙ, тине.

Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә яҙҙы: “Беҙ ике башҡорт батальонына ярҙам итеүҙән туҡтамайбыҙ. Шайморатовсылар менән Доставаловсылар беҙҙең өсөн һәр саҡ яҡын булып ҡала. Шуның шикелле үк, Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың да янында буласаҡбыҙ.

Республика экипировка, кәрәкле техника, һуғышсыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса өҫтәмә саралар менән бәйле бөтә бурыстарҙы үҙ өҫтөнә ала.

Беҙҙе хуплаған Росгвардия етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Өсөнсө ирекле батальоныбыҙ нәҡ уның структураһында ойоша.

Егеттәр бик мөһим эш башҡара, илгә ныҡ ярҙам итә. Ә беҙ яугирҙәребеҙ һаҡлаулы һәм бурыстарын башҡарыуға мөмкин тиклем нығыраҡ әҙер булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”.

Сығанаҡтар: glavarb.ru; vk.com/radiyhabirov

"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
"Егеттәребеҙгә ҡыйыу ҡарары өсөн рәхмәт!"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас