

"Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе ысын күңелдән Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
Профсоюздарҙың оҙайлы эшмәкәрлеге илдең һәм республиканың иң киң йәмәғәт берекмәһенең юғары әһәмиәтен, һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Илебеҙ тарихының төрлө осорҙарында эшсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса күп эш башҡарған профсоюз хәрәкәте ветерандарына, профсоюздарҙың төп бурысын – граждандарҙың социаль-хеҙмәт хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен яҡлауҙы уңышлы дауам иткән хәҙерге заман етәкселәренә хөрмәт белдерәбеҙ.
Бөгөн профсоюздар власть органдары, эш менән тәьмин итеүселәр һәм хеҙмәт кешеләре араһындағы асыҡ диалогта мөһим урын алып тора. Профсоюздар булдырған уникаль социаль партнерлыҡ институты социаль-иҡтисади өлкәлә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеү, кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу, эш урындарын һаҡлау, хеҙмәт ҡануниәтен үтәүҙе контролдә тотоу, эш кешеһенең хеҙмәтен һәм һаулығын һаҡлау өлгөһө булып тора.
Профсоюздар артабан да эшсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға, берҙәмлек, теләктәшлек, ғәҙеллек принциптарына нигеҙләнгән профсоюз хәрәкәтенең бай йолаларын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, муллыҡ һәм барыһы ла яҡшы булыуын, Ватаныбыҙ, хеҙмәт кешеһе мәнфәғәттәре өсөн эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров", - тиелә ҡотлауҙа.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/159263.html