

Иң тәмле икмәк – ҡомалаҡтан, ти Асҡын районы Ҡашҡа ауылының уңған хужабикәләре. Улар балаларға ҡомалаҡ сүпрәһенән әсетелгән икмәк бешереү үҙенсәлектәрен күрһәтте.
"Яҡшы итеп әсетеп, суйын табала, мейестә ҡабарып бешкән икмәктең тәме, әлбиттә, кибеттә һатылғанынан айырылып тора. Ҡомалаҡ икмәге хуш еҫле лә, файҙалы ла. Ҡул һәм күңел йылыһы ла ҡушылғас, икмәк бигерәк тә телеңде йоторлоҡ була", - ти ағинәйҙәр.
“Табын күрке икмәкте ҡәҙерләү, беҙҙең ерлектәге боронғо аш-һыу серҙәрен онотмау бик мөһим. Сал тарихыбыҙҙы онотмай, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, милли хәтеребеҙҙе барлап, айыҡ тормошта берҙәм булып йәшәйек, ти беҙҙең ағинәйҙәр”, - тип яҙҙы Ҡашҡа ауылынан Ринат Ғәләүетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ҡомалаҡ икмәге бешереү традицияһына тоғролоҡ һаҡлаған, уны балаларғала өйрәткән ағинәйҙәргә “Афарин!”дан башҡа һүҙ юҡ.
Фотолар һәм видеояҙмалар: vk.com/public209229786