Йәмғиәт
13 Ноябрь 2022, 05:00

Урам һепереүсене ололап оҙатҡандар

Ошоға тиклем бындай хәл булғандырмы-юҡмы, әммә...

Урам һепереүсене ололап оҙатҡандарУрам һепереүсене ололап оҙатҡандар
Урам һепереүсене ололап оҙатҡандар

Ағиҙел ҡалаһының Тыныслыҡ урамындағы 12-се йортта йәшәүселәр ихаталарының таҙалығын тәьмин иткән ханымды хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙатҡан.

Йорт рәйесе унда ғүмер итеүсе һәр кем исеменән эске яҡты һәм тышҡы биләмәне таҙалыҡта тотҡан Рәсимә Шәрәфислам ҡыҙы Чужековаға оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдергән. Ә инде уның пенсияға китере тураһында мәғлүм булғас, матур итеп оҙатыу сараһы ойоштороп та ебәргәндәр.

Йортта йәшәүселәр, береһе лә ситтә ҡалмайынса, бүләк өсөн аҡса йыйған, ихатала тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эсеү ойошторолған.

Ошоға тиклем бындай хәл булғандырмы-юҡмы - ишетелгәне юҡ ине - бик матур өлгө күрһәткән ағиҙелдәр. Кем-кем, бигерәк тә ошондай һөнәр эйәләренең әҙ түләнгән хеҙмәте ауыр, әммә бик кәрәкле - тормошто яҡтыраҡ, таҙа итеүсе, һәм улар бындай хөрмәт-ихтирамға лайыҡлы.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас