Йәмғиәт
14 Ноябрь 2022, 03:00

Афарин, Салауат!

17 йәшлек егет янған өйҙән пенсионер ҡатынды күтәреп алып сыҡҡан. 

Афарин, Салауат!Афарин, Салауат!
Афарин, Салауат!

Ауылдағы бер йортта янғын башланыуын күргән 17 йәшлек мәктәп уҡыусыһы шунда уҡ ярҙамға ташланған. Ул был йортта 62 йәшлек яңғыҙ пенсионер ҡатындың йәшәгәнен белгән булған.

Ысынлап та, ҡатын был ваҡытта ялҡын ялмай башлаған өйөндә төтөн тәьҫирендә иҫен юғалтҡан була. Үҙе лә төтөнгә сәсәй башлаған егет юғалып ҡалмай, сығып, еүеш сепрәк менән ауыҙ, танау тирәһен ҡаплай һәм йортҡа кире инеп, ҡатынды күтәреп алып сыға.  

Ҡотҡарыусының исеме – Салауат Рафаэль уоы Рузеев. Ул Төмән өлкәһенең Тубыл районындағы Санниковск ауылы мәктәбендә уҡый.

Егеттең әсәһе Алһыу менән атаһы Рафаэль был хаҡта ишеткәс, башта ҡурҡыуын, ә инде хәлдең яҡшы тамамланыуын белгәндән һуң улдары менән ғорурланыуын белдергән. Ҡыйыу егеттең ярҙамы менән янғындан имен ҡотолған Сәриә апай ҙа Салауатҡа рәхмәт әйтеп бөтә алмай. Әйткәндәй, Салауат Рузеевты был батырлығы өсөн наградаға тәҡдим иткәндәр.

Фото: vk.com/public194997115

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас