Йәмғиәт
14 Ноябрь 2022, 15:45

Асҡындар ҙур сараға әҙерләнә

Абруйлы яҡташтар менән осрашыу фәһемле булмаҡсы.

Асҡындар ҙур сараға әҙерләнәАсҡындар ҙур сараға әҙерләнә
Асҡындар ҙур сараға әҙерләнә

“Кесе Ватаным – Атайсал” төбәк муниципаль форумдар циклына 18 ноябрҙә Асҡын ауылының район мәҙәниәт йортонда старт бирелә.

Тәүге муниципаль форумда асҡындар, шулай уҡ эргә-тирәләге Балтас, Балаҡатай, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Салауат, Тәтешле райондарында йәшәүселәр ҡатнашасаҡ.

Муниципаль форум – ул район активының, йәштәренең меценаттар - “Атайсал” проектында ҡатнашыусылар, республика өсөн әһәмиәтле булған яҡташтары менән осрашыу майҙансығына әүереләсәк.

Сараны ойоштороусылар: Асҡын районы хакимиәте, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһы, “Мираҫ” йәштәр башланғыстарын хуплау фонды һәм башҡа ойошмалар. Проект Башҡортостан Башлығының гранттар фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Сараның эшлекле өлөшөндә "түңәрәк өҫтәл"дәр, йәштәр өсөн секциялар, “Тамыр” телестудияһынан оҫталыҡ дәресе, ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн страт-сессия, “Атайсал” дискуссия майҙансығы планлаштырыла.

Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге – үҙебеҙ етештерәбеҙ” тигән һатыу эше ойоштороласаҡ. Үҙәк мәсеттә ҡорбан салыу уҙғарыла, кисен иһә – сәнғәт оҫталарының концерты.  

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас