Йәмғиәт
14 Ноябрь 2022, 15:00

Рамзан Ҡадировтың ҡатынына "Герой-әсә" исеме бирелде

Владимир Путиндың указына ярашлы...

Рамзан Ҡадировтың ҡатынына "Герой-әсә" исеме бирелдеРамзан Ҡадировтың ҡатынына "Герой-әсә" исеме бирелде
Рамзан Ҡадировтың ҡатынына "Герой-әсә" исеме бирелде

Билдәле булыуынса, быйыл йәй Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә “Герой-әсә” исемен булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында баҫылды.

Уға ярашлы, ун һәм унан ашыуыраҡ бала тапҡан һәм тәрбиәләгән Рәсәй граждандарына бер миллион һум күләмендә аҡсалата дәртләндереү сараһы ҡаралған.

Ошо көндәрҙә был юғары исем Чечен Республикаһы президентының ҡатыны Медни Ҡадироваға бирелгән. Документта "ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн" тип билдәләнә.

Бындай юғары исемгә Башҡортостандағы күп балалы әсәйҙәр ҙә лайыҡ булыр тип ышанайыҡ.

Фото: baltachtan.ru

Рамзан Ҡадировтың ҡатынына "Герой-әсә" исеме бирелде
Рамзан Ҡадировтың ҡатынына "Герой-әсә" исеме бирелде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас