

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республика Хөкүмәте бойороғо проектын эшләне. Унда хеҙмәт итеү йәки Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ ирке менән булышлыҡ итеү осоронда ҡуртым хаҡын түләүҙе кисектереү ҡарала.
– Был яңылыҡтың маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алған мобилизацияланғандарға ярҙам итеү, – тине республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Бындай дәүләт ярҙамы Рәсәй Ҡораллы Көстәренә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәки контракт буйынса хеҙмәт иткән, йә иһә ил Ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ ирке менән булышлыҡ итеү тураһында килешеү төҙөгән кешеләргә күрһәтелә.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/19426/
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.