Йәмғиәт
14 Ноябрь 2022, 12:00

Йылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамланды

Быйыл йәй Ағиҙел буйлап 84 мең кеше сәйәхәт иткән

Йылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамландыЙылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамланды
Йылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика йылғалар буйлап пассажирҙар ташыу миҙгеленең тамамланыуына ҡағылышлы яҙма ҡалдырҙы.

“2022 йылғы миҙгелдә республика йылғалары буйлап пассажирҙар ташыуҙы тамамлайбыҙ. Миҙгелгә йомғаҡ яһайым:

Был навигацияла Өфөлә Дуҫлыҡ монументынан теплоходтарҙа ял маршруттарын тулы ҡеүәтенә ғәмәлгә индерҙек. Быйыл йәй Ағиҙел буйлап 84 мең пассажир – былтырғыға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк кеше сәйәхәт иткән. Йылға причалында “Чайка”, “Колесовъ”, “Дельфин” һәм “Москва-92” теплоходтары эшләне.

Быйыл ете кисеүҙә 352,5 мең кешене һәм 19 мең автомобилде йылға аша сығарҙыҡ. Йөк ташыуҙы әлегә туҡтатмайбыҙ, навигация өсөн шарттар бар.

Майҙа Өфөгә тәүге тапҡыр дүрт палубалы “Александр Пушкин”, шулай уҡ өс палубалы “Северная сказка”, “Н.А. Некрасов” һәм “Александр Бенуа” теплоходтары килде. Йәмғеһе 12 туристик пассажир судноһын ҡабул иттек, уларҙа Башҡортостандың баш ҡалаһына бүтән төбәктәрҙән 2,5 мең турист килде.

Киләһе йыл дүрт палубалы “Александр Пушкин” теплоходын һәм “Мостай Кәрим” круиз лайнерын көтәбеҙ. Бындай туристик сәфәрҙәргә ихтыяж арта. Шуға күрә туризм инфраструктураһын төҙөкләндереү һәм Ағиҙелгә күберәк караптар инә алһын өсөн йылға үҙәнен тәрәнәйтеү йәһәтенән эш алып барабыҙ.

Өлкәндәр совет осоронда Башҡортостан йылға флоты дәрәжәһен яҡшы хәтерләйҙер. 2019 йылда уны тергеҙеүгә йүнәлеш алғайныҡ. Был йүнәлештең хаҡ булыуына иманым камил. Уның өсөн ҡеүәт етерлек”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

Йылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамланды
Йылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамланды
Йылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамланды
Йылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамланды
Йылға буйлап пассажирҙар ташыу тамамланды
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас