

Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылынан Мулләхмәтовтар — Фәнүз, Әлфиә һәм уларҙың улдары Илдар, Азат ғаиләләре менән - "Атайсал" проекты нигеҙендә 350 меңдән ашыу суммаға ете проектты тормошҡа ашырған.
Улар - райондың алдынғы умартасылары. Балдары, райондан тыш, республиканан ситтә лә киң билдәле.
Мулләхмәтовтар эшһөйәрлеге генә түгел, ярҙамсыл, изгелекле булыуҙары менән дә айырылып тора. Мәҫәлән, йыл һайын Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусыларына ашатыу өсөн феләктәрҙе тултырып бушлай бал бирәләр. Ошо көндәрҙә иһә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡына гуманитар ярҙам сифатында күпләп бал ебәрҙеләр.
Әйткәндәй, яңыраҡ улар башланғыс класс уҡыусылары өсөн хужалыҡтарына экскурсия үткәрҙе. Һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында, балдың нисек килеп сыҡҡанын күрһәттеләр. Аҙаҡ барлыҡ балаларға татлы күстәнәс бирҙеләр.
Мулләхмәтовтар сәләмәт тормош алып бара. Балаларын, ейәндәрен генә түгел, урындағы бар халыҡты спортҡа йәлеп итә улар. Ошондай сараларҙа үҙҙәре бағыусы булып тора. Шәхси транспорттарында мәктәп уҡыусыларын район кимәлендәге спорт ярыштарына йөрөтәләр. Мулләхмәтовтар Ҡарткиҫәк ауылы мәсетен ремонтлауҙа ла ярҙам күрһәткән. Үҙ иҫәбенә дини байрамдар үткәрәләр.
Ҡарткиҫәк ауылы биләмәһе башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов билдәләүенсә, Мулләхмәтовтар дөйөм мәсьәләләрҙе хәл иткәндә бер ҡасан да ситтә ҡалмай, уларға һәр ваҡыт ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин, бер ҡасан да баш тартмайҙар, йыш ҡына үҙҙәре инициатор булып сығыш яһайҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 ноябрҙә Асҡын районында "Атайсал - бәләкәй ватан" төбәк форумы уҙғарыла.
Фото: Асҡын районы хакимиәте.