

Республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һуңғы осорҙа был мәсьәләгә власть яғынан да иғтибарҙың артыуы күҙәтелә. Күп белем усаҡтарында уҡыусыларҙың туҡланыуы асыҡтан-асыҡ ойошторола: теләгән һәр ата-әсә, мәктәп ашханаһына килеп, балаларҙы туҡландырыу барышы менән таныша ала. Ул шулай уҡ уҡыу йорто ашханаһының стендына йәки мәктәп сайтына ҡуйылған меню, йәғни ризыҡтар исемлегенең ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен тикшерә, балаларға әҙерләнгән аш-һыуҙы тәмләп ҡарай ала.
Ә бына интернат уҡыусыларының туҡланыу мәсьәләһенә килгәндә, ул башҡа белем усаҡтарынан бер аҙ айырыла, тиергә була. Бында ашнаҡсылар балаларға көн дауамында аш-һыуҙы үҙҙәре әҙерләй. Уҡыусыларҙы ашатыуҙың нисек ойошторолоуы, технологик процестарҙы камиллаштырыу һәм рациондың сифатын яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрелеүе менән шәхсән танышыу маҡсатында Сибай гимназия-интернатына юл алдыҡ. Ул – республикабыҙҙағы көслө белем усаҡтарының береһе. Бында уҡыусылар төрлө район һәм ҡалаларҙан килеп белем ала, ошонда уҡ йәшәй ҙә. Гөлдәр Мәжитова шеф-ашнаҡсы булып 30 йылға яҡын эшләй, ул мәктәптә туҡланыуға иғтибарҙың йылдан-йыл арта барыуына ныҡ һөйөнә.
– Мәктәптә туҡланыу сифатлы, файҙалы булырға тейеш. Эшебеҙгә иң ҙур баһа – балалар ашап сыҡҡандан һуң буш ҡалған тәрилкәләр, шат йөҙҙәр, уларҙың “Тәмле булды!”, “Рәхмәт!” тигән һүҙҙәре, – ти Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы. – Бригадала өс сменала бөтәһе ете кеше эшләй, уларҙың һәр береһе үҙ бурысын ихлас күңелдән, еренә еткереп башҡара. Иң мөһиме – балаларҙы яраталар, уларға иғтибарлылар.
Көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған, йоҡлар алдынан еңелсә туҡландырыу (ҡатыҡ, печенье, перәник биреү) эше алып барыла. Һәр көнгә меню төҙөгәндә уның балалар өсөн туҡлыҡлы, файҙалы, диетик ризыҡ булыуына өҫтөнлөк бирәләр. Иртәнге ашҡа салат, һөтлө бутҡалар булһа, төшкөлөккә – мотлаҡ аш һәм башҡа ризыҡтар. Киске ашты ла уҡыусылар яратып ашай икән. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә иһә күбеһе интернатта ҡала. Уларҙы өйҙәрендәге кеүек ризыҡтар менән һыйларға тырышалар. Күмәкләшеп ҡулдан билмән бөрөп бешерәләр, төрлө тәмлекәстәр әҙерләйҙәр. Балалар бигерәк тә бишбармаҡ ярата.
– Белеүегеҙсә, беҙҙең гимназия-интернатта – башлыса ауылдан килгән балалар. Күбеһе өйҙәрендә бер төрлөрәк ризыҡҡа өйрәнгән, шуға күрә тәүҙә борщ, рассольник, быҡтырылған кәбеҫтә, тары, манный бутҡаһы, запеканкаларҙы ятыраҡ тойоп, ситкәрәк этеп ҡуялар ине. Бер аҙҙан был ризыҡтарҙы үҙҙәре үк һорап ала башлайҙар. Беҙ ситтән килтерелгән арзан, әммә сифаты шикле ит, май, башҡа продукттарҙан һәр ваҡыт баш тарта килдек. Ризыҡты үҙебеҙҙә әҙерләүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Шулай уҡ балаларҙа дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ошо маҡсатта лекциялар уҡыйбыҙ, ата-әсәләр менән эш алып барабыҙ. Өйөндә дөрөҫ туҡланған бала мәктәптәге бутҡаны ла яратып ашай, – тине Гөлдәр Мәжитова.
Киң, яҡты ашханала туҡланыуҙы яңы шарттарҙа ойоштороу өсөн ҙур эш башҡарылған: заманса көнкүреш техникаһы, өҫтәл һәм ултырғыстар алынған. Шулай уҡ ашнаҡсылар балаларҙың тамағы туҡ булһын, улар ризыҡтарҙы кинәнеп ашаһын өсөн һауыт-һабаның таҙа, сифатлы булыуына ла өҫтөнлөк бирә, санитария талаптарының теүәл үтәлеүенә иғтибар итә.
Алтынсы разрядлы шеф-ашнаҡсы Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙының “30 йылға яҡын эшләгән дәүеремдә бер тапҡыр ҙа уҡыусыларҙың аҙыҡ-түлектән ағыуланыу осрағы теркәлмәне. Быны ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам” тигән һүҙҙәре уның үҙ эшенә ни тиклем яуаплы ҡарағаны, яратып башҡарғаны хаҡында һөйләй.
Әйткәндәй, ул – Сибай ҡыҙы. Әсәһенең юлын дауам итеп, ашнаҡсы һөнәрен һайлаған. Мәктәпте тамамлағас, Өфөлә совет сауҙа техникумында техник-технолог һөнәрен үҙләштереп, хеҙмәт юлын Сибай гимназия-интернатында башлай һәм бөгөнгәсә ошо эшенә тоғро ҡала. 2005 йылда “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” республика конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яулай һәм 350 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ була. Был аҡсаға ашхана өсөн кәрәкле аш-һыу ҡорамалдары һатып алына.
Тап уның кеүек һөнәр оҫталары барҙа, балаларын гимназия-интернатҡа биргән ата-әсә бошонмай, сөнки ул һәм ҡыҙҙары һәр саҡ йылы аш, тәмле ризыҡ менән туҡлана, һис ҡасан да ас ҡалмай.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.