

Иҫке Ҡалҡаш һәм тағы дүрт ауылдан йыйылған балаларға белем биргән урта мәктәп – районда яҡшылар иҫәбендә. Күп йыллыҡ тәжрибә һөҙөмтәһен бирә килә – уҡыусыларҙың теүәл фәндәрҙән дә, тел буйынса ла уңыштары етерлек.
– Педагогия коллективында һәммәһе лә юғары белемле: юғары категориялы уҡытыусылар эшләй. Коллективҡа йәштәр килеүен һәр саҡ өмөтләнеп көтөп алабыҙ, – ти мәктәп директоры Зимфира Ҡотлошина. Әйткәндәй, күптән түгел Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш мәктәбе директоры Зимфира Сәмәрхан ҡыҙына “Рәсәй Федерацияһының почетлы белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән һәм әле ҡәҙерле кешеләренең данлы хеҙмәт юлын дауам итә. Бала сағындағы уй-хыялдарына хыянат итмәй, алға атлай белем усағы етәксеһе. Бәләкәйҙән әүҙем, үҙенә ҡарата талапсан булыуы менән башҡаларҙан айырылып торған ҡыҙҙың киләсәктә мәғариф өлкәһен һайлаясағына бер кем дә шикләнмәй.
Зимфира Ҡотлошина – башта Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһын, артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар факультетын тамамлай. Диплом алғас, оҙаҡ уйлап тормай, тыуған районына юл тота – Корнеевка урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Һуңғараҡ, бер йыл үткәс, тыуған ауылындағы мәктәптәге башланғыс кластар уҡыусыларын белем серҙәренә өйрәтә башлай.
Тыуған ере ҡатынға бары уңыштар килтерә: Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының, Стәрлебаш районы хакимиәтенең һәм башҡа ведомстволарҙың маҡтау ҡағыҙҙары уҡытыусының архивында ҡәҙерләп һаҡлана.
Зимфира Сәмәрхан ҡыҙының мәктәп директоры вазифаһын атҡарыуына ла быйыл 15 йыл. Өҫтәүенә ул район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары ла була. Белем усағына етәкселек итеү менән бер рәттән, тарих фәненән дәрестәр ҙә бирә. Мәктәптең “Ҡалҡаш ынйылары” ансамблендә туған коллективы менән сығыш та яһай.
Тағы шуны билдәләргә кәрәк: Зимфира Ҡотлошина етәкселек иткән мәктәпкә атаһы Сәмәрхан Арыҫланғолов нигеҙ һалған. Ул да тарих фәненән уҡытҡан, директор вазифаһын атҡарған. Әсәһе Рауза Шәғәле ҡыҙы иһә географиянан дәрес биргән, китапханасы булып та эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар гүр эйәләре инде. Бөгөн уларҙың данлы юлын ҡыҙҙары дауам итә.
Зимфира Сәмәрхан ҡыҙы ире Нурфәйез Ҡотлошин менән ике ҡыҙ тәрбиәләгән. Эльмира менән Гөлназ икеһе лә белем алып, үҙаллы тормош көтә. Тик бына ҡайғы ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул: быйыл ғинуарҙа Зимфира Сәмәрхан ҡыҙының тормош иптәше гүр эйәһе булған. Тик ни хәл итәһең, яҙмыш һынауҙар ҡуйһа ла, тормош дауам итә...
Кешелекле лә, кеселекле лә, уңған да, тырыш та, маҡсатлы ла, талапсан да Зимфира Ҡотлошина. Ул бөгөн ҡасандыр ошонда эшләгән ҡәҙерле ата-әсәһенең хеҙмәт һуҡмаҡтарынан үтә. Шуға үтә лә ҡәҙерле был белем усағы, үтә лә яҡын. Бурыстар ҙа икеләтә ауыр: беренсеһе – киләсәк быуын вәкилдәрен лайыҡлы тәрбиәләү, икенсеһе – үткәндәргә, тыуған ереңә, зат-нәҫелеңә хынат итмәй алға атлау...
Айһылыу НИЗАМОВА