Йәмғиәт
15 Ноябрь 2022, 14:02

Буласаҡ ғалимәнең үҫеш серҙәре

Үҙен төрлө йүнәлештә һынай.

Киләсәк – йәштәр ҡулында, тиҙәр. Хәҙерге йәштәр ниндәй ул? Был һорауға яуапты киләсәккә тура юл һалыусы юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алып йөрөгән студент менән танышҡас табырһығыҙ.

Лилиә Вәлиуллинаға – 21 йәш. Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетында IV курста белем ала. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, фән менән мауыға.

Лилиә – Дәүләкән районы Хөсәйен ауылы ҡыҙы. Бик татыу, өлгөлө ғаиләлә үҫә. Ата-әсәһе – педагог. Әсәһе башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, 28 йыл буйы һөнәренә тоғро ҡала. Әле Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияһында балаларға аң-белем бирә. Атаһы математика һәм физика фәндәренән уҡыта, Дәүләкән район хакимиәтенең территориаль һәм граждандар оборонаһы идаралығының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе булып эшләй.

Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Вәлиуллиндар балаларын да белемгә ынтылыусан, алдынғы ҡарашлы итеп тәрбиәләгән. Лилиәнең Иҙел исемле ҡустыһы IX класта уҡый, физика, математика һәм информатика фәндәре менән мауыға.

Студент тормошо ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтһен өсөн, Лилиә үҙен төрлө йүнәлештә һынап ҡарай. “Ауыр булып киткән саҡта, бирешмәҫкә тырышам, атай-әсәйем, тоғро дуҫтарым ярҙамға килә, минең уларға рәхмәтем сикһеҙ!” – ти ул.

Медицина өлкәһендә уҡыуы ауыр, шуға ла үҙ һөнәрендә төплө белемгә эйә булыр өсөн Лилиә ҙур тырышлыҡ һала: “Киләсәктә кеше ғүмере, балаларҙың сәләмәтлеге беҙҙең ҡулда булыуы оло яуаплылыҡ өҫтәй”, – ти буласаҡ табип.

Ҡыҙ үҙен төрлө яҡлап аса, эҙләнә, бер урында туҡтап тормай. Бала сағынан башҡорт халыҡ йырҙары йырлап, ҡумыҙҙа уйнап, концерттарҙа ҡатнашып йөрөй, йәш быуынды халҡыбыҙ данын күтәреп, рухын үҫтереп, телебеҙҙе онотмай, илебеҙҙе яратып йәшәргә өндәй.

Буш ваҡытын файҙалы үткәрергә яратҡан студент фән менән дә шөғөлләнә. Тәжрибәләр үткәреп, уларҙы статистик яҡтан тикшереп, мәҡәләләр яҙа, улар халыҡ-ара журналдарҙа баҫыла. Киләсәктә лә ошо эште дауам итергә ниәтләй ул:

– Буласаҡ һөнәрем туранан-тура балаларға бәйле булғас, уларҙың физиологик үҙенсәлектәрен, организмдың эшмәкәрлеген тәрәнерәк өйрәнергә тигән ҡарарға килдем. Фәнни мәҡәләләрем яңы тыуған балаларҙа матдәләр алмашыныу процесын өйрәнеүгә бағышлана. Был теоретик яҡтан ғына түгел, ғәмәли яҡтан да әһәмиәтле: бала организмы төҙөлөшөн яҡшы белгәндә генә, беҙ уға ыңғай тәьҫир итә алабыҙ. Киләсәктә был тикшеренеү­ҙәрҙе ауырыуҙарҙы иҫкәрткәндә һәм дауалағанда ҡуллана алабыҙ. Бынан тыш,  айырым теркәлгән клиник осраҡтар тураһында ла эштәр бар. Ошонан сығып, дауалауҙа һәр балаға шәхсән ҡараш кәрәк, тип раҫларға мөмкин.

Балаларҙың туҡланыуында макро- һәм микроэлементтарҙың етешмәүе йәки артыҡ булыу осраҡтарының йоғонтоһон өйрәндем. Сирҙең артабан бүтән ағзаларға таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, быны иртә йәштән асыҡлау мөһим, – тип үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы Лилиә.

Тикшеренеүҙәрҙе студенттар араһында үткәрәләр һәм дауаханалар менән хеҙмәттәшлек итәләр. Тикшеренеү эштәрен тәрәнерәк өйрәнер өсөн күберәк халыҡты йәлеп итергә кәрәк, ә быға күп ваҡыт талап ителә, шуның өсөн дә киләсәктә әлеге эшен дауам итергә уйлай. “Үҙеңдән кесе замандаштарыңа ниндәй теләктәрең бар?” тигән һорауға Лилиә, яҡшы билдәләргә генә уҡыуҙарын, ололарҙы ихтирам итеүҙәрен һәм мәктәп йылдарын күңелле үткәреүҙәрен теләйем. Йәштәргә – ҡы­ҙыҡлы асыштар, яңы танышыуҙар, уңыш­тар! Тормошто яратығыҙ, бөтә нәмә – беҙҙең ҡулда. Тырышып йәшәйек, шул саҡта барыһы ла яҡшы булыр, тип теләктәрен еткерҙе.

Киләсәк – тырыш, алдынғы ҡарашлы йәштәр ҡулында, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Лилиә Вәлиуллина хаҡында киләсәктә ҙур үрҙәр яулаған табибә һәм ғалимә булараҡ ишетергә насип булһын.


Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас