

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһен Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Уның белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сирләгән һәм дауаланырға ҡарар иткән.
– Радий Хәбиров эш сәфәрҙәре ваҡытында һыуыҡ тейҙерҙе, әммә аяғөҫтө үткәрергә тырышты, эшләүен дауам итте. Һөҙөмтәлә уның үпкәһе шешеүе асыҡланды. Беҙ уны бер нисә көн дауаланырға күндерҙек, юғиһә эҙемтәләр насар булыуы ихтимал, – тине Андрей Назаров.
Әйткәндәй, кәңәшмә был юлы видеобәйләнеш рәүешендә үтте. Шулай ҙа көн тәртибендәге бер мөһим мәсьәлә лә төшөп ҡалманы. Улар араһында Яңы йылға әҙерлек, балалар өсөн байрам саралары ойоштороу, республика ТОСЭР-ҙары, юғары технологиялы медицина учреждениелары үҫеше һәм “Фармстандарт-ӨфөВИТА” йәмғиәте эшмәкәрлеге кеүек темалар бар ине.
Хөкүмәт Рәйесе уларға, республика халҡынан Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальоны сафына инә алмаған доброволецтарҙан ялыуҙар килә, тине.
– Башҡа төбәктәрҙә кемделер махсус операцияға саҡырыуҙа ҡатмарлыҡтар бар, тиҙәр. Беҙҙә иһә, киреһенсә, унда эләкмәгән кешеләр ризаһыҙлыҡ белдерә. Етмәһә, ялыуҙары ярайһы уҡ нигеҙле. Тыуған илгә хеҙмәт итергә теләүселәрҙе һис һүҙһеҙ аласаҡтар, тинеләр. Хәҙер иһә улай уҡ түгеллеге асыҡланды, – тине Андрей Назаров.
Ул был батальон яугирҙәренә техника һәм кәрәк-яраҡ һатып алыу өсөн яуаплы кешеләргә ниндәй сәбәптәр арҡаһында доброволецтарҙан баш тартыуҙарын да ентекләп асыҡларға ҡушты.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА