Йәмғиәт
15 Ноябрь 2022, 07:47

Егеттәр әрмегә юлланды

Республиканан тәүге 80-гә яҡын кеше оҙатылды.

БР Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән.БР Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото:БР Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән.

Өфөлә республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан тәүге төркөмдө әрмегә оҙат­тылар.  Көҙгө саҡырылыш сиктәрендә 80-гә яҡын кеше Мәскәү өлкәһе­нә һәм Рязань ҡалаһына оҙатылды. Егеттәр хәрби хеҙмәтен һауа-десант, милли гвардия, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк.

Киләсәктә Ватанды һаҡлаусылар алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич, ҡала хакимиәте, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары сығыш яһаны.

– Армия ир кешенең тормо­шондағы яңы осор ҙа, уның өсөн етди һынау ҙа булып тора. Хеҙмәтте лайыҡлы, намыҫлы үтәгеҙ, яңы күнек­мәләргә өйрәнегеҙ, маҡсатҡа ынтылышлы булығыҙ һәм тыуған йор­тоғоҙға сәләмәт, нығынған хәлдә ҡайтығыҙ, – тип теләктәр әйтте   Михаил Блажевич.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары Украиналағы махсус операция менән бер нисек тә бәйләнмәгән. Элекке кеүек үк, ул Рәсәй Федерацияһы ҡа­нуниәте менән билдәләнгән ваҡытта һәм планлы тәртиптә башҡарыла. Армияға алын­ған­дар, һөнәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй биләмә­һендәге подразделение­ларҙа хеҙмәт үтәсәк, ә әрмеләге мөҙҙәт­тәре тул­ғандар йәшәгән урындарына ҡайта­саҡ. Хәрбиә хеҙмәткә саҡырыл­ған­дарҙың төп өлөшө 4-5 айға уҡытыу үҙәктәренә йүнәлтеләсәк.

Оҙатыу алдынан бөтә саҡырылыу­сылар ҙа коронавирус инфекцияһына тест үтте. Егеттәр медицина битлек­тәре, бахил, бактерияларға ҡаршы да­рыу саралары, шулай уҡ әйбер тоҡ­сайы һәм ризыҡ менән тәьмин ителгән.

Башҡортостандың Хәрби комис­са­риаты­ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүен­сә, көҙгө саҡырылышта Рәсәй Федерация­һының Ҡораллы Көстә­ренә дүрт меңдән ашыу кеше оҙатыласаҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу ағымдағы йылдың 31 декабренә хәтлем барасаҡ.


Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас