

Арыш, арпа, бойҙай сәсеүлегенән уңыш алған Мәләүез районының Тирәкле фермеры Илдар Ғирфатов: “Утыҙ йыл эшләү дәүерендә гектарынан 40 центнер – беренсегә”, – ти.
Тирәкле заманында гөрләп торған ауыл булған, бала-саға күмәкләп мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөгән. Йылдар үткән, яҡшы тормош эҙләпме, башҡа сәбәптәнме, халыҡ күсенгән. Бөгөн унда ташландыҡ йорт-ҡура етерлек. Әлдә ауылдарға йән өргән, уларҙың Ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына юл ҡуймаған, халыҡҡа эш биргән Илдар Ғирфатов кеүек фермерҙарыбыҙ бар әле.
Өс тиҫтә йыл элек ауыл хужалығы йүнәлешендә ҡулына алған дилбегәне ныҡлы тотоп алға бара ул. Үҙ ваҡытында ауырлыҡтары ла, һынауҙары ла аҙ булмаған, ләкин ихтыяр көсө менән уларҙы еңә барған. Яңы маҡсат, бурыстар билдәләгән, хужалыҡтың эшмәкәрлеген үҫтереүҙә яңынан-яңы алымдар ҡулланған.
Башта төп иғтибарҙы игенселеккә йүнәлтә. Сифатлы орлоҡ сәсеү, ерҙе барлыҡ агротехник талаптарға ярашлы эшкәртеү маҡсаты ҡуйыла. Бөгөн уларҙың 1500 гектар сәсеүлеге бар. Көҙгө урып-йыйыу эштәрен үҙ көстәре менән атҡарғандар. Ҡыҙыу уңыш йыйыу осоронда өлкән улы Ринат “КамАЗ”-ды “эйәрләгән”, уртансыһы Назар комбайн штурвалына ултырған, һөнәре буйынса педагог Искәндәр ҙә ярҙамға килгән.
Ангар, келәттәр әлеге мәлдә иген менән тулы. Хаҡы түбән булғанға, һатмай, хаҡ күтәрелгәнен көтә тирәклеләр. 500 гектар майҙанды биләгән көнбағыш баҫыуында урып һуғыуға төшкәндәр. “Енисей”, “олей”, “кулундин” сортлы майлы культура орлоғон һатыу эшен яйға һалғандар. Бөгөн Надежда Довлатова, Роза Тернова, Светлана Субботина көнбағышты тоҡтарға тултыра, “Петкус” аппаратында калибрлау үткәреп, “Сапсан” фотосепараторында орлоҡҡа тигәнен сүп-сарҙан таҙарта. Стандарт булмағаны май һығырға оҙатыла. Бында бер нәмә лә юғалмай: ҡалғаны мал-тыуарға бирелә. Илдар Вәкил улы әйтеүенсә, көнбағыштан уңыш быйыл уртаса.
– Сәскә атҡан ваҡытта яуым-төшөм етмәне. Етештерелгән орлоҡто һатыуҙа проблема юҡ: урындағы хужалыҡтар ғына түгел, республика һәм унан ситтәге төбәктәрҙән, мәҫәлән, Киров яҡтарынан алырға теләүселәр етерлек, – ти фермер.
Ит йүнәлеше буйынса ла шөғөлләнә, һыйыр малы 120 башҡа еткән. Тирәклелә әле “герефорд” тоҡомлоһон үрсетәләр. Тәүҙә “симменталь”, “лимузин”, “абердин-ангус” тоҡомлоларын аҫрағандар. Йәйен көтөүҙә йөрөһәләр, ҡышҡа мал аҙығы етерлек: фураж, сенаж ике йыллыҡ тупланған. Былтыр төҙөлгән силос соҡоро ла тулы.
Игенселектән һәм малсылыҡтан алған килем төҙөлөш эштәренә йүнәлтелә. Хужалыҡта йыл һайын төҙөкләндереү саралары күрелә. Техника паркы даими тулыландырыла, яңыртыла. Быйыл кредитҡа алынған һабанлы сәсеү комплексы 30 миллионға баҫҡан. Иҫке яңыны һаҡлай, тигәндәй, биш “Беларусь”, “Т-150”, сылбырлы өс трактор ҙа эшкә йәлеп ителгән.
Илдар Вәкил улы ауылдың социаль үҫешенә лә өлөш индерә. Хужалыҡ иҫәбенә һыу башняһын хеҙмәтләндерә, йәйен ауылдың изге урынын – зыяратты яңынан кәртәләүгә 400 мең һум аҡса бүлгән, ауыл халҡы менән өмәлә тирә-яғын таҙартҡандар. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, бергәләп бар эште атҡарып сыҡҡандар. Фермер тырышлығы менән урамдар күтәртелгән, Тирәкле йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелгән.
Эшләгән кешенең ҡәҙерен белә Илдар Ғирфатов. Етәкселек яҡшы булмаһа, эшләргә мөмкинлек бирмәһә, гел алмашынып торорҙар ине. Быйыл ферма янында ҡарауылсы өйөнә ремонт эшләгәндәр, йылы иҙән түшәгәндәр, канализация үткәргәндәр. Ивановка, Тирәкле, Васильевкала йәшәгән пайсыларға бишәр центнер бойҙай, арпа таратҡандар.
– Уңышыбыҙҙың сере шунда – эшселәр ҙә, белгестәр ҙә тырыша, көн үтһен тип түгел, булһын тип эшләйҙәр, – ти фермер.
Әҡлимә ИМАМОВА