

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса бүлеге участка уполномоченныйы, полиция лейтенанты Мансур Моратшин, “Халыҡ участковыйы” конкурсының республика этабында 12 меңдән ашыу тауыш йыйып, еңеүгә өлгәште һәм федераль кимәлдә ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Мансур Марат улы 2016 йылдан эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә граждандарҙың һәм хеҙмәттәштәренең һөйөүен, ышанысын, ихтирамын яулаған. Тәбиғәте буйынса ул әҙәпле, ихтирамлы, тыныс. Эшенә яуаплы ҡарай, алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәй, самбо һәм волейбол кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнә, ҡорал ҡулланыу һәм физик әҙерлек буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
Инде дүрт йыл ул – участка уполномоченныйы. Ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа үҙе яуаплы ауылдарҙа йәшәгән халыҡ араһында абруй ҡаҙаныуға, ышаныс яулауға өлгәшкән. Мансур Моратшин һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, граждандарҙың тын алышы менән яҡшы таныш. Шуға ла ул кешеләр менән аралашҡанда бөтә мәсьәләләрҙә лә, хатта үҙенең төп эшенә ҡағылышы булмаған осраҡтарҙа ла ярҙамға килергә әҙер, кешене иғтибарлы тыңлай, ғәмәли кәңәштәр бирә.
Ғөмүмән, полицияның өлкән лейтенанты кешеләр менән эшләргә ярата һәм участкаһында йәшәгән өс меңгә яҡын кешенең ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойоп, вәкәләттәрен еренә еткереп үтәй. Ул йыл башынан халыҡтың 200-ҙән ашыу мөрәжәғәтен ҡараған, енәйәтте иҫкәртеү йүнәлешендә етди эш алып бара. Бындай эшмәкәрлек эҙемтәһеҙ үтмәй – уның участкаһында көнкүрештә енәйәттәр бик һирәк ҡылына, мәҫәлән, быйыл ундай бер осраҡ та булмаған. 70 административ тәртип боҙоу осрағы асыҡланған һәм уларға ҡарата сара күрелгән.
Участковый Мансур Моратшиндың эшмәкәрлеге йәш хеҙмәттәштәренә өлгө булып тора, урындағы етәкселек тарафынан да ыңғай баһалана.
– Бер мәл полиция бүлегенә беҙҙең районда, тау-урман араһында, бер нисә кешенең юғалыуы тураһында хәбәр килде. Мин шунда уҡ ваҡиға урынына сыҡтым, әммә урман эсенә үтә алманым – машина ергә батты. Иптәшемде саҡырып, транспортты һөйрәп сығарҙыҡ та уның менән бергә тауға мендек. Баҡтиһәң, ҡунаҡҡа килгән ике ҡатын һәм бер ир урман буйлап йөрөп килергә тип сығып киткән. Беҙҙең Әбйәлил районының тәбиғәте бик матур. Былар урманда саҡта һауа торошо насарайған, машиналары бысраҡ ерҙә батҡан, үҙҙәре сығара алмаған. Унда сымһыҙ элемтә юҡ тиерлек, шуға ла улар ҡотҡарыу хеҙмәтен ярҙамға саҡырған. Беҙ килгәндә, машинала водитель генә ҡалғайны, ә ике пассажир – ике ҡатын йәйәүләп артабан сығып киткән. Ниһайәт, батҡан машинаны сығарҙыҡ, ҡатындар иҫән-һау табылды. Ҡурҡҡандар, беҙгә ғүмерҙәрен ҡотҡарған өсөн рәхмәт әйттеләр, — тип һөйләне Мансур Моратшин, эшендәге бер мәлде иҫкә алып.
Полиция хеҙмәткәре Мансур Марат улы – өлгөлө ғаилә башлығы, тормош иптәше менән ул тәрбиәләйҙәр. Ул үҙенең тыуған ауылы Михайловкала йәшәй. Уңған егет ғаиләһенә лә, эшенә лә ваҡыт таба, ял итеп тә өлгөрә. Афарин!
Рәмилә МУСИНА