

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы баһаһы буйынса, бөгөн Ер шарында мөһим көн. 2022 йылдың 15 ноябрендә Ер шарында йәшәгән кешеләр һаны һигеҙ миллиардҡа етте. Ете миллиардтан һигеҙ миллиардҡа тиклем етеү өсөн кешелеккә ни бары 11 йыл кәрәк булды. Был үҫеш башҡа йөҙ йыллыҡтар менән сағыштырғанда бик күп тапҡырҙарға ҙур. Ул – һаулыҡ һаҡлау һәм медицина үҫеше менән бәйле ғүмер оҙайлығының артыуы һәм ҡайһы бер илдәрҙә юғары тыуым кимәленең һаҡланыуы һөҙөмтәһе.
Донъя дөйөм алғанда ярайһы уҡ юғары темптар менән үҫеүен дауам итеүгә ҡарамаҫтан, төрлө төбәктәрҙең һәм илдәрҙең халыҡ иҫәбен арттырыуға индергән өлөшө байтаҡҡа айырыла. Тыуым кимәле юғары булған илдәр, ҡағиҙә булараҡ, йән башына иң түбән килемгә эйә. Уларҙың күбеһе Африка илдәрендә Сахаранан көньяҡтараҡ урынлашҡан.
2020 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Ер шарында йәшәүселәрҙең яртыһынан ашыуы Азияла тупланған. Миллиард кешенән ашыу халыҡ йәшәгән ике ил тап ошо төбәктә урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының фараздары буйынса, 2023 йылда уҡ Һиндостан Ҡытайҙарҙы уҙып китә һәм халыҡ күп йәшәгән илгә әүереләсәк. Был ил халҡының үҫеше яҡынса 2050 йылға тиклем дауам итер, тип көтөлә, шул уҡ ваҡытта Ҡытай халҡы кәмеүен дауам итәсәк.
Хәҙер кешелеккә, сираттағы осорға етеп, алдында торған глобаль проблемаларҙы хәл итеү юлын табырға кәрәк. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының фараздары буйынса, 2037 йылда Ер шарында халыҡ һаны туғыҙ миллиард кешегә етәсәк.
Фото: dnr-pravda.ru