Йәмғиәт
15 Ноябрь 2022, 14:13

Суши, ролл кәрәкме? Рәхим ит!

Һәр замандың – үҙ ризығы.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һәр замандың үҙ ризығы, һәр кемдең һайлау мөмкинлеге бар. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре өсөн ятыраҡ тойолған бургер, ролл, суши, пиццаға бер аҙ сәйерһенеп ҡараһа, йәштәр, киреһенсә, ошо ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Ихтыяж бар икән, уны әҙерләүселәр ҙә табыла.

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа үҙ эшен асҡан Әсхәт Байсурин тап шундай фекерҙә. Был ризыҡтарҙы йүнселдең яңы асылған сауҙа нөктә­һенән барып алырға, шулай уҡ өйгә йәки офисҡа килтереүгә заказ бирергә мөмкин.

– Айырыуса суши менән ролға ихтыяж ҙур. Был ғәжәп тә түгел, түбән калориялы диңгеҙ ризыҡтары тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Район халҡы уларҙы яратып ашай. Күптәр тыуған көндәре өсөн алдан заказ бирә, эштән ҡайтышлай инеп алыусылар ҙа бар. Бигерәк тә төрлө эслек тултырылған бургер, балалар һәм өлкәндәр өсөн ҡатнаш йыйылмалы суши, ролдар тиҙ үтә, – ти Әсхәт Ильяс улы.

2018 йылда ул үҙ эшен баҫма продукция сығарыуҙан (брошюра, визитка, реклама ҡағыҙҙары һәм башҡалар), матур баннерҙар, туйға саҡырыу ҡағыҙҙары эшләүҙән башлай. Аҙаҡ суши, ролға йәштәрҙә ихтыяж тыуғас, Әбйәлил районы Асҡар ауылында ошо йүнәлештә үҙ эшен аса, әммә бында Магнитогорск ҡалаһының яҡын булыуы, унда аҙым һайын тиерлек был ри­зыҡтарҙың һатылыуы сәбәп булдымы, күрше төбәктә Әсхәт Байсу­риндың эше алға бармай. Аҙаҡ пандемия башлана, кәсебе бөтөнләй ябыла, ләкин ҡаршылыҡтарҙан юғалып ҡалғандарҙан түгел ул: был юлы кәсебен тыуған районында дауам итергә була һәм яңылышмай. Суши, ролл өсөн кәрәкле ризыҡтар Ырымбур өлкәһенән алып киленә, ҡуртымға, бә­ләкәйерәк булһа ла, урын алып,  кафе аса. Ошонда уҡ һуттар һатыла, ҡәһүәнең төрлө төрҙәре тәҡдим ителә. Заман менән йәнәш атлаған йәш йүнсел Баймаҡ ҡалаһының бер магазинына ҡәһүә эшләү ҡорамалын һатып алып ултыртҡан.

Уңғандарға уңыш йылмая, тиҙәр. Киләсәктә лә Әсхәт Байсуриндың эштәре уң булһын, хыялдары ғәмәлгә ашһын.

Кәримә УСМАНОВА

Хәйбулла районы.

Читайте нас