

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов тормошондағы иҫ киткес ваҡиғаны билдәләй. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе В.Ғ. Исхаҡов юбилярҙы журналистар берләшмәһе исеменән 55 йәшлек юбилейы менән ҡотланы:
- Хөрмәтле Марат Әсхәт улы! Юбилейығыҙ айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ һәм барлыҡ пландарығыҙҙың, башланғыстарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, яҡындарығыҙҙың гел янығыҙҙа булыуын теләйбеҙ.
Һеҙҙең, киң мәғлүмәт саралары үҫешенең стратегик пландарын үтәү өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә белгән, ғәйәт ҙур идара итеү тәжрибәһенә эйә булған дәүләт кимәлендәге етәксе булараҡ, уңышлы эшмәкәрлегегеҙ оло ихтирам уята.
Һеҙҙең етәкселегегеҙҙә киң мәғлүмәт саралары именлеген ҡайғыртҡан, тимәк, тотош республика мәнфәғәтендә эре мәғлүмәт проекттары тормошҡа ашырыла. Улар һеҙҙең етәксе булараҡ үҫеүегеҙҙе, яҡшы идарасы һәм аҡыллы сәйәсмән булараҡ, коллегаларығыҙҙың хөрмәтенә лайыҡ булыуығыҙҙы раҫлай.
Тормошоғоҙ - аҡыл, инициатива һәм эш һөйөүсәнлектең кешегә ниндәй уңыш һәм танылыу килтереүенә сағыу миҫал. Һеҙ киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә барған байтаҡ үҙгәртеп ҡороуҙар инициаторы, ағымдағы һәм киләсәккә ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүҙә эшлекле ҡараш һәм хеҙмәттәшлек гаранты булып тораһығыҙ.
Бөгөн һеҙ бай тормош тәжрибәһе туплаған этапҡа килеп еткәнһегеҙ, бик күп эштәр башҡарылған, ә алда тағы ла күберәк маҡсаттар һәм бурыстар тора, киләсәккә яңы пландар ҡоролған.
Һеҙҙең етәкселек тәжрибәһе, юғары профессионаллегегеҙ, тормошто һәм кешеләрҙе белеүегеҙ элеккесә Рәсәйгә һәм Башҡортостанға хеҙмәт итһен! Эшкә һәләтлелек һәм юғары эшлеклелек сифаттары алдағы йылдарҙа ла һеҙҙең пландарығыҙҙы, уй-ниәттәрегеҙҙе һәм башланғыстарығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итһен.
Һеҙгә ысын күңелдән яуаплы вазифала һөҙөмтәле эшләүегеҙҙе, Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының көнүҙәк бурыстарын хәл итеүҙә ҙур уңыштар, бәхет теләйбеҙ!
Фото: https://pressarb.bashkortostan.ru/