Йәмғиәт
15 Ноябрь 2022, 14:24

Тулы тормошта йәшәйҙәр

pansion-zabota.ru сайтынанpansion-zabota.ru сайтынан
Фото:pansion-zabota.ru сайтынан

Өлкән йәштәге кешене ғаиләгеҙгә алырға теләһәгеҙ...

Пенсионерҙы йәки инвалидты интернатта ҡарау, уны ғаиләгә тәрбиәгә алған өсөн түләнгән пособие менән сағыштырғанда, өсләтә ҡиммәткә төшә. Шул уҡ ваҡытта ғаиләлә йәшәү күпкә уңайлыраҡ та, рәхәтерәк тә. Ошо уҡ хәл етемдәргә лә ҡағыла – балалар йортона ҡарағанда ғаиләлә улар тулыраҡ тормошта йәшәй.

Республикабыҙҙа  өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы ғаиләгә тәрбиәгә урынлаштырыу тарала бара. Был эш 2016 йылдың 2 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн аҫрауға алған ғаиләләр тураһында”ғы 432-се Закон менән билдәләнә. Ул өлкәндәрҙең һәм инвалидтарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға, уларға өйҙәге шарттарҙа хәстәрлекте тәьмин итеүгә, социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеүгә йүнәлтелә.

– Тәрбиәгә алған ғаилә өлкәндәр һәм инвалидтар менән эшләүҙең яңы алымын тәшкил итә, – тине Республика халыҡты социаль хеҙмәтлән­дереү үҙәге директоры Ольга Котельникова. –  Өйҙә социаль хеҙмәтлән­дереү, йорт-интернаттарҙа йәшәтеү менән бер рәттән, бәлки, тап ошо алым иң һөҙөмтәлеһе булыр, сөнки өлкән йәштәге кеше яңы ғаиләгә урынлашыу менән үҙенең кемгәлер кәрәклеген тоя башлай. Бында уны үҙенән байтаҡҡа йәшерәк кешеләр уратып ала, ә был иһә ололарҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһай.

Тәрбиәгә алынған кешенең пенсия­һының 75 процентҡа тиклеме ғаилә бюджетына күсә, ә ҡалған 25 процентын пенсионер үҙенә ҡалдыра ала. Быйыл апрелдә аҡсаның нисек тотонолоуы тураһындағы отчет биреүҙе ғәмәлдән сығарҙылар, шулай ҙа опекундар чектарын йыйып барырға тейеш. Әйткәндәй, өлкәндәр өсөн опекун­дарҙы һәм ғаилә ағзаһы булырлыҡ кандидаттарҙы Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәктәре һайлай.

Бер ғаиләгә бер үк ваҡытта иң күбе өс кешене алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта пенсионер менән опекун туған булмаҫҡа тейеш. Тәрбиәгә алған ғаиләгә 6200 һум күләмендә айлыҡ аҡсалата пособие түләнә. Пенсионер 80 йәште үтһә йәки ул I төркөм инвалиды булһа, түләү 30 процентҡа арта һәм һигеҙ мең һумдан ашыу тәшкил итә.

Закон ғәмәлгә ингән 2017 йылдан алып Башҡортостанда 250 олатай һәм өләсәй 234 ғаиләгә урын­лаштырылған. Бөгөн бындай ғаиләләр – 107, уларҙа 113 кеше йәшәй.

Әйткәндәй, суд хөкөмөнә тартты­рылмаған һәм психик сире булмаған юридик һәләтле һәр кеше ошондай ғаилә ҡора ала. Яңғыҙ йәки инвалид кешене тәрбиәгә алырға теләгәндәр психологик яҡтан бер-береһенә тап килеүҙе асыҡлау өсөн һөйләшеүҙә ҡатнашырға, хәстәрлек буйынса ҙур булмаған курс үтергә тейеш. Артабан опека органдары ғаилә менән килешеү төҙөй. Ғаиләлә йәшәү ваҡыты, ике яҡтың да теләге буйынса, бер айҙан бер нисә йылға тиклем дауам итеүе ихтимал.

Әле Шишмә районындағы һәм Өфөләге дүрт ғаиләлә икешәр кеше йәшәй. Дүртөйлө районында өлкән йәштәге өс кешене ҡарауға алған Зөләлә Ҡәҙербаева тураһында республика, федераль киң мәғлүмәт саралары ла яҙып сыҡты. Уның тураһында телевидение ла тапшырыу төшөрҙө.

Сер түгел, опекундар менән тәрбиәгә алынғандар араһындағы килешеүҙәрҙе тарҡатыу осраҡтары ла булғылай. Һәр кемдең үҙ холҡо, өҫтәүенә ҡартлыҡ, ауырыуҙар ҙа йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡайһы берәүҙәрҙең яңғыҙ ҡалыуында туған­дарын ғына ғәйепләү мөмкин түгел. Күбеһенең йәш саҡтағы дыуамал­лығын балалары ғәфү итә алмаған. Биш йылда 137 килешеү тарҡатылған (шул иҫәптән 90 пенсионерҙың вафат булыуы арҡаһында).

Өлкән йәштәге кешене тәрбиәгә алыу буйынса мәғлүмәттәрҙе, документтар йыйылмаһын Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенән алырға була. Телефондары: +7(347) 286-51-05, +7(347) 286-21-73. Адресы: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 136-сы йорт, 2-се корпус.

Әйткәндәй, әле 41 районда һәм ҡалала өлкәндәрҙе тәрбиәгә алған ғаиләләр бар: Өфөлә – 11, Балтас районында – 10, Ауырғазы, Шаран райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында – алтышар. Хәйбулла районындағы – биш, Шишмә, Мәләүез райондарындағы – дүртәр, Салауат, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура, Дүртөйлө, Благоварҙағы – өсәр, Архангел, Нуриман, Өфө, Балаҡатай, Кушнаренко, Яңауыл, Учалы, Илеш, Туймазы, Күгәрсен, Миәкә, Асҡын, Көйөргәҙе райондарындағы һәм Күмертау ҡалаһындағы – икешәр, Ҡыйғы, Дәүләкән, Стәрлебаш, Борай, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Бәләбәй, Бишбүләк райондарындағы һәм Сибай, Бәләбәй, Октябрьский, Салауат ҡалаларындағы берәр ғаиләлә өлкәндәр тулы тормошта йәшәй.


Гүзәл ИБРАҺИМОВА

Читайте нас