

Республика ауылдарында Ҡаҙ өмәләре гөрләй.Һәр төбәктең үҙенә генә хас йолалары һәм ҡаҙ йолҡоуға ҡарата үҙ нескәлектәре бар. Ошо ял көндәрендә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында йәшәгән Рәсих һәм Альмира Сөләймановтар ихатаһында ла Ҡаҙ өмәһе шаулап-гөрләп үткән. Альмира Зөлфәр ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан оло хөрмәткә лайыҡ кеше. Шулай уҡ ауылдың мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан егәрле хужабикәләрҙең береһе лә. Быйыл да күрше- тирәләрен, әхирәттәрен саҡырып матур байрам ойошторған. Ҡаҙ йолҡоп,тәпәйҙарен, баштарын таҙартып ярышҡан өмәгә килеүселәр, Хужабикә эш бөткәс, бай өҫтәл артында еңеүселәргә үҙенең буләктәрен тапшырған. Табында йырҙар йырланған, таҡмаҡтар әйтелгән. Өмәгә килеүселәр йорт хужаларына киләһе йылда ла ҡаҙҙарының уңыуын теләп, изге теләктәр еткергән. Халҡыбыҙҙың матур йолаһы- Ҡаҙ өмәһе барыһына ла бик оҡшаған.
Фото: Ҡушый ауыл клубы төркөмөнән.