

Стратегик башланғыстар агентлығы хәбәр итеүенсә, был сара 11 декабргә тиклем үткәрелә. Маҡсат – уҡыуҙы тамамлағас, эш һәм йәшәү урынын һайлауға ниндәй факторҙар йоғонто яһауын, йәш белгестәрҙең үҙҙәре йәшәйәсәк мөхиткә ниндәй талаптар ҡуйыуын асыҡлау.
"Стратегик проекттарҙы юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү йәшәү сифаты кимәленә тығыҙ бәйле. Ҡала үҫеше өсөн уның инфраструктура һәм тейешле сервистар менән тулы булыуы мөһим. Бөгөн шарттар тыуҙырыу буйынса кадрҙарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән төрлө гипотезалар әҙерләйбеҙ", - тине Стратегик башланғыстар агентлығының “Ҡала иҡтисады” дивизионы директоры урынбаҫары Ольга Вовк.
Алынған яуаптар эксперттарға ҡалаларҙың йәш ғалимдарҙы йәлеп итерлек мөһим параметрҙарын билдәләргә ярҙам итәсәк. Артабан биләмәләрҙе йәштәр диплом алғас, ғаиләләре менән йәшәргә теләрлек итеп проектлау күҙаллана.
Анкеталау Стратегик башланғыстар агентлығының “Ҡалаларҙың яңы миссияһы” программаһы сиктәрендә уҙғарыла. Ул ҡала үҫеше проблемаларын асыҡлауға һәм хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Фото: Стратегик башланғыстар агентлығы.