

Стәрлетамаҡ районында яғыулыҡ тейәгән «КамАЗ» машинаһы аунаған. Был юл-транспорт фажиғәһе Өфө – Ырымбур юлының 104-се километрында булған, тип хәбәр итә «Башкирия/Online» төркөмө. Бензовоз руле артында 57 йәшлек Татарстан кешеһе ултырған, әммә ҡайһылыр мәлдә рулгә идара итә алмаған һәм юлдан ситкә сығып түңкәрелгән. Юл полицияһы белдереүенсә, ул 11 куб мейес яғыулығы тейәгән булған. Бәхеткә, водитель үҙе зыян күрмәгән. Ә бына түгелгән яғыулыҡ янып китмәһен өсөн, кисекмәҫтән килеп еткән ҡотҡарыусыларға күперек менән һиптереп ҡуйырға тура килгән.
Фото ЮХХДИ-ҙан.