Йәмғиәт
15 Ноябрь 2022, 06:10

Ярлыҡау комиссияһы уларҙы ғәфү итмәне

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау комиссияһы төрмәлә ултырыусыларҙан килгән туғыҙ ғаризаны ҡараны.

Ярлыҡау комиссияһы уларҙы ғәфү итмәнеЯрлыҡау комиссияһы уларҙы ғәфү итмәне
Ярлыҡау комиссияһы уларҙы ғәфү итмәне

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау комиссияһы төрмәлә ултырыусыларҙан килгән туғыҙ ғаризаны ҡараны.

Был ғаризаларҙың береһе – кеше үлтергән, талаған һәм кешенең һаулығына зыян килтергән бер нисә енәйәттә ғәйепләнгән әҙәм. Бөтә был енәйәттәр өсөн ул 14 йылға иркенән мәхрүм ителгән һәм хәҙер хөкөм ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы үтенә.

“Материалдарҙан күренеүенсә,  ул, эскән килеш, дуҫтары менән бергә бер ирҙең банк картаһын тартып алған һәм, код номерын әйтеүҙе талап итеп, уны үлтергәнсе туҡмаған. Асыҡланыуынса, был картала 35 һум ғына аҡса ятҡан. Әммә кешенең үлеме уларҙы айнытмаған – тағы бер ирҙе туҡмағандар. Төрмәлә ул режимды күп тапҡырҙар боҙған, ундағы етәкселек насар характеристика бирә. Бөтәһен дә иҫәпкә алып, комиссия уның үтенесен кире ҡағырға ҡарар итте”, – ти Комиссия рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәксеһе Константин Толкачев.

Ғаризаларҙың етәүһе – наркотик таратыуҙа ғәйепләп хөкөм ителгәндәрҙән. Комиссия бөтә ҡаралған туғыҙ ғариза буйынса ла кире ҡарар сығарҙы.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас