Йәмғиәт
16 Ноябрь 2022, 10:30

“Беҙҙән юғарыраҡ – бары йондоҙҙар ғына!”

Уның тырышлығы арҡаһында Ватанды яҡлаусыларға һәйкәл, арт-объекттар барлыҡҡа килде, ҡойон бураһы яңыртылды. Тимерсе башҡарған бөтә эштәрҙе һанап сығыуы ла мөмкин түгел...

“Беҙҙән юғарыраҡ – бары йондоҙҙар ғына!”“Беҙҙән юғарыраҡ – бары йондоҙҙар ғына!”
“Беҙҙән юғарыраҡ – бары йондоҙҙар ғына!”

Асҡын районының Барахаевка ауылында асыҡ күңелле, баҫалҡы кеше йәшәй. Эдуард Тимерғәлинде районда белмәгән кеше һирәктер. Алтын ҡуллы ирҙең ҡулынан килмәгән бер эш юҡ, уның девизы: “Беҙҙән юғарыраҡ – бары йондоҙҙар ғына!” Ул тимерселәр династияһынан, олатаһы ла, ҡартатаһы ла ошо һөнәр менән шөғөлләнгән.

Эдуард Тимерғәлин  йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 2019 йылдан  ул –район Советы депутаты. Уның эшмәкәрлеге арҡаһында Ватанды яҡлаусыларға һәйкәл, арт-объекттар барлыҡҡа килде, ҡойоноң бураһы яңыртылды. Тимерсе башҡарған бөтә эштәрҙе һанап сығыуы ла мөмкин түгел. “Атайсал” проектында  әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты, “Республика намыҫы өсөн” миҙалы һәм диплом менән бүләкләнде.  Эдуард Йәмил улының киләсәккә  ҡыҙыҡлы идеялары, тормошҡа ашырасаҡ уйҙары һәм пландары күп. Уға артабан да уңыштар, һаулыҡ теләйек!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 ноябрҙә Асҡын районында “Атайсал – бәләкәй Ватаныбыҙ” тигән зона форумы үтәсәк. Унда республиканың ун районынан иң әүҙемдәр йыйыласаҡ.

Фото: VK.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас