

Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгендә билдәле спортсы Джефф Монсондың ҡыҙы тыуған.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, билдәле сәйәсмән һәм спортсының ҡатыны Башҡортостандың перинаталь үҙәге табиптары күҙәтеүе аҫтында булған.
Бөгөн Евгения ҡыҙы менән медицина учреждениеһынан сыҡҡан. Монсон ҡатыны менән сабыйын өлкән ҡыҙы Есения менән бергә ҡаршы алған.
Әйткәндәй, спортсы бишенсе тапҡыр атай булған. Америка Ҡушма Штаттарында уның өс балаһы бар.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Telegram Web.