

Тиҙҙән, 27 ноябрҙә, Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө. Ошо матур байрам айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!” тип исемләнгән конкурс иғлан иттек. Унда республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан иң әүҙем, тырыш, уңған гүзәл заттар ҡатнаша.
Араларында төрлө һөнәр эйәләре бар. Әммә улар иң тәү сиратта әсәйҙәр, балалары, ғаиләләре тип йән атҡан гүзәл заттар. Һеҙ, төркөмдәштәребеҙ, улар өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, лайктар ҡуйығыҙ, комментарийҙар яҙығыҙ. Беҙ иһә конкурсанттарыбыҙ менән ентекләберәк таныштыра барасаҡбыҙ.
Тәүге бәйгесебеҙ хаҡында бәйән итәбеҙ. Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында (икенсе төрлө Янһары тип тә йөрөтәләр) йәшәгән Миңзада Ғиззәтуллина ире Айрат менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Өс ҡыҙҙарына һәм ике улдарына үҙҙәре кеүек ҡул оҫтаһы, уңған, тырыш, маҡсатлы булырға өйрәтәләр. Ҡыҙҙары Айгүзәл, Алһыу, Зөлхизә, улдары Айгиз, Ислам – атай-әсәйҙәренең ҙур ярҙамсыһы. Улар бәләкәс туғандарын тәрбиәләшергә ярҙам итә, тәмлекәстәр бешерә, хатта һыйырҙы һауып, һөттө эш итәләр. Ҡыҙҙар әсәйҙәре кеүек бәйләү-сигеүгә, ултырғыс, карауат япмалары яһауға маһир. Ғөмүмән, атай менән әсәй балаларын кәрәк саҡта иркәләй ҙә, үҙ өлгөһөндә хеҙмәт аша сыныҡтыра ла белә.
Тормош ауырлыҡтарына, яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән әсәй һәр балаһына наҙын тигеҙ бүлергә ынтыла, йәшәү мәғәнәһен уларҙа күрә. Алты ир-егет үҫкән ғаиләгә килен булып төшкән Ейәнсура ҡыҙы Бөрйәндә үҙ бәхетен тапҡан. Хәҙер алты килендәш үҙ-ара татыу, ярҙамлашып ғүмер итә. Ҡәйнәһе менән ҡайныһы ла һәр киленен ҡыҙҙарылай күрә.
Фотолар Ғиззәтуллиндарҙың ғаилә архивынан.