

“Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә барған “Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!” тип аталған конкурсында ҡатнашҡан уңған, йүнсел, хәстәрлекле, етеҙ һәм туған йәнле Фәрхәнә Ғарифулла ҡыҙы Йәнтүрина Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында йәшәй. Ире Айрат Фәтхулла улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларға береһенән-береһе матур һәм үҙенсәлекле Сиражия, Раушания һәм Вилиә тигән исемдәр ҡушҡандар. Төпсөктәренән тыш, өлкән балалары үҙҙәре күптән инде ғаиләле. Ата-әсәһенең ҡорған татыу һәм тырыш ғаиләләренән “осоп сыҡҡан” балалар үҙҙәре лә бына тигән итеп йәшәргә ынтыла, эштә лә һынатмайҙар, ғаилә усағын һаҡлайҙар.
Фәрхәнә Ғарифулла ҡыҙы ғүмере буйы үҙҙәренең ауылындағы балалар баҡсаһында эшләгән. Әле хаҡла ялда булыуына ҡарамаҫтан, сигеү, бәйләү, баҡса үҫтереү, бешеренеү кеүек эштәргә әүәҫ. Өҫтәүенә, ул – урындағы ауыл хакимиәте депутаты, ауылдағы “Етегән” ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе. Ауылда ойошторолған барлыҡ сараларҙан ситтә ҡалмай ул, ҡыҙҙары ла үҙе кеүек үк әүҙем, тырыш.
Өс ҡыҙ үҫтергән уңған әсәйҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, уның төп байлығы – ғаиләһе, балалары, өс ейәнсәре һәм өс ейәне. Йәшәү асылын да тап ошонда күрә. “Барлыҡ ғаиләләр ҙә имен булһын, һәр кем бары ҡыуаныслы хәбәрҙәр ишетһен, бәхетле булһын”, - ти ул. Эйе, күп балалы әсәнең һүҙҙәре тормошҡа ашһын. Конкурста ҡатнашҡан Фәрхәнә Ғарифулла ҡыҙына уңыштар теләйек, уның өсөн дә тауыш бирәйек.
Фотолар: Фәрхәнә Йәнтүринаның ғаилә архивынан.