

Эшҡыуарлыҡ менән башлыса ир-егеттәрҙең шөғөлләнеүенә күнегеп бөткәнбеҙ. Гүзәл зат вәкилдәренең дә йөрьәт итеп кәсепселеккә тотоноуына өйрәнеп барабыҙ кеүек. Әммә барыбер ҡатын-ҡыҙҙың үҙ эшен асыуы, өҫтәүенә, уңышҡа өлгәшеүе һоҡланыу уятмайынса ҡалмай.
“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!” конкурсында ҡатнашҡан сираттағы әсәй Альбина Мөхәмәтйәнова – Миәкә районының Илсеғол ауылынан. Уның тырышлығы, етеҙлеге, уңғанлығы, һәр эште урынына еткереп атҡарыуы, ихласлығы, кешелеклелеге иғтибарҙы йәлеп итә. Юҡҡа ғына йүнселлекте үҙ итмәгәндер, сөнки был өлкәлә үрҙә әйтелгән сифаттар бик кәрәк. Ни тиһәң дә, сауҙа тармағындағы шәхси эшҡыуарҙар иң тәү сиратта ҡулланыусылар – халыҡ – менән эш итә.
– Биш йәшемдә әсәйем менән Нефтекама ҡалаһынан Миәкә яҡтарына күсеп килгәйнек. Яҙмышымдың ошо яҡтарға илтеүенә һис үкенмәйем, сөнки тап бында ирем Раяз Ҡотдос улы менән танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Ошо бәрәкәтле ерҙә ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ тыуҙы, – ти Альбина.
Альбина менән Раяз Мөхәмәтйәновтар башта аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү өсөн магазин аса. Бынан тыш, уларҙың оҫтахана төҙөү хаҡында ла уй-ниәттәре була, сөнки Раяз Ҡотдос улы – шәп балта оҫтаһы. Ғаиләһе өсөн бына тигән иркен, матур йорт та һалған ул. Әммә сауҙа эше көйләнеп киткәс, тап ошо йүнәлеште ныҡлап үҫтерергә, тигән ҡарарға киләләр.
Уңғандар, тырыштар ҡайҙа ғына йәшәмәһен, эшләмәһен, барыбер ниндәй ҙә булһа уңышҡа өлгәшә. Альбина менән Раяз Мөхәмәтйәновтар ҙа күпләп мал тота: һарыҡ, һыйыр, ҡош-ҡорт аҫырайҙар.
– Йәйен һауып алынған һөттән ҡаймаҡ әҙерләп һатыуға сығарам. Ә былай йыл әйләнәһенә халыҡҡа айран, ҡатыҡ, ҡыҙыл эремсек тәҡдим итәм, – ти Альбина Исмәғил ҡыҙы. - Барлыҡ уй-хыялдарымды тормошҡа ашырыуымда иремдең өлөшө сикһеҙ. Ҡыҙым менән улым да башланғыстарымды хуплап, ярҙам итеп тора”.
Әйткәндәй, балалары ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Улдары Рәмил Башҡорт дәүләт медицина университетының “Фармация” факультетында белем ала. Ә ҡыҙҙары Айгөл – Илсеғол башҡорт гимназияһының XI класс уҡыусыһы. “Бала шатлығы - әсә шатлығы ул”, - ти Альбина Исмәғил ҡыҙы. Шулай итеп, ул - яратҡан әсәй, ышаныслы ҡатын, уңған эшҡыуар, оҫта хужабикә генә түгел, урындағы “Хазина” фольклор ансамбле бейеүсеһе лә.
– Ике килмәй был ғүмер! Матур, етеш йәшәргә ынтылырға кәрәк. Тырышһаң, бар көсөңдө һалып эшләһәң, һәр хеҙмәт үҙ емешен бирмәй ҡалмай, – ти Альбина Мөхәмәтйәнова.
Заман ауырлыҡтарына һылтанмаған Альбина Мөхәмәтйәнова иһә ҡорот, ҡатыҡ, айран кеүек милли аҙыҡ-түлегебеҙҙе халыҡҡа тәҡдим итеп кенә ҡалмай, уларҙы популярлаштыра ла. Был осраҡта милли аш-һыуҙарыбыҙ онотолмаҫ, уларҙы әҙерләү серҙәре киләсәк быуындарға тапшырылыр, өҫтәүенә, был ризыҡтар һәр кемгә килем килтерерлек табыш сығанағына әйләнер, тигән ышаныс арта. Шуға ошондай әүҙем әсәй өсөн дә тауышығыҙҙы йәлләмәгеҙ, төркөмдәштәребеҙ, лайктар ҡуйығыҙ, комментарийҙар яҙығыҙ.
Фотолар: Альбина Мөхәмәтйәнованың шәхси архивынан.