

Благовар районының Языков ауылында йәшәгән инвалид үҫмергә фатирына эләгеү михнәткә тиң, тип хәбәрләй «Башҡортостаным/яңылыҡтар» порталы.
Был турала уның әсәһе видео төшөрөп социаль селтәргә һалған. "Виктор саф һауала йөрөргә бик ярата, тик өйгә ҡайтырға ваҡыт етһә, уның кәйефе төшә, сөнки күтәрмәлә пандус юҡ, балам бысраҡ тупһанан тубыҡланып менергә мәжбүр, - тип әсенә әсә. - Быға тиклем ҡыҙым менән күтәреп индерә инек, хәҙер көсөбөҙ етмәй…»
Әсәнең һүҙҙәренән билдәле булыуынса, урындағы етәкселәр үҫмерҙең хәле хаҡында хәбарҙар икән, ҡасандыр вәғәҙәләр ҙә биргәндәр. Әммә һаман да уңайлы пандустар ҡуйылмаған, инвалид баланың ыҙалары көн дә ҡабатланып тора...