Йәмғиәт
17 Ноябрь 2022, 17:00

Кемдәр транспорт һалымынан азат ителә?

Был закон махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡатынына, өйләнмәгән хәлдә, ата-әсәһенә ҡағыла.

Кемдәр транспорт һалымынан азат ителә?Кемдәр транспорт һалымынан азат ителә?
Кемдәр транспорт һалымынан азат ителә?

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында транспорт һалымына ҡағылышлы закон проекты ҡабул ителде. Уны Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова тәҡдим итте.

Закон проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы йәки уларҙың ғаиләләрен 2022 йыл өсөн транспорт һалымынан азат итеүҙе күҙаллай.

"Һәр транспорт төрөнә (мотоцикл, мотороллер, еңел һәм йөк автомобиле, башҡа үҙйөрөшлө траспорт, гусеницалы, пневматик машиналар һәм механизмдар) бер льгота буласаҡ. Двигатель ҡеүәте, транспорттың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ", - тип белдерҙе ултырышта Лира Иғтисамова.

Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк, был закон махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе буйынса никах рәсми рәүештә теркәлгән осраҡта – ҡатынына, өйләнмәгән хәлдә, ата-әсәһенә ҡағыла.

Әйткәндәй, һалым түләү ваҡыты 1 декабргә тиклем дауам итә.

Фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас