

Башҡортостанда бәрәкәтле оҙон ғүмер кисереүселәр байтаҡ. Ошо көндәрҙә шуларҙың береһе - Шәмсурый инәйҙең 105 йәшен билдәләгәндәр. Ул 1917 йылда Бишбүләк районының Бикҡол ауылында тыуған. Ғаиләләрендә дүрт бала үҫкәндәр. Ике ир туғаны һуғышта яу ҡырында башын һалған. Шәмсурыйға өс йәш булғанда әсәһе һәм һеңлеһе лә холера сиренән вафат булған. 6 йәшендә уны үкһеҙ етем ҡалдырып, атаһы ла баҡыйлыҡҡа күскәс, ҡыҙға үҙ йүнен үҙенә күрергә тура килгән.
Хеҙмәт юлы башҡа бөтә балалрҙыҡы кеүек бик иртә башланған Шәмсурый инәйҙең: 14 йәшенән ул тыуған ауылында колхозға эшкә төшкән. 45 йыл иген елгәртеүҙә тир түккән. Кейәүгә сығып, ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле уның дүрт ейән-ейәнсәре, туғыҙ бүлә-бүләсәре бар. Хәҙерге көндә Шәмсурый Йомағолова Бәләбәйҙә балалары хөрмәтендә һәм хәстәрлегендә йәшәй.
Оҙон ғүмер юлы үткән хөрмәтле инәйҙе район башлығы Азат Сәхәбиев ҡотлап, иң йылы һүҙҙәрен еткергән:"100 йәштән һуң юбилей үткәргән кеше - үҙе бер легенда. Шәмсурый Сәйетйәғәфәр ҡыҙы - лайыҡлы һәм ҡатмарлы тормош юлы үткән шәхес. Ул Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы осорҙоң бар ауырлығын үҙ иңендә күтәргән быуын кешеһе. Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм. Тағы оҙаҡ йылдарға етерлек ныҡлы һаулыҡ, яҡындарығыҙҙың иғтибарын һәм хәстәрлеген күреп йәшәүегеҙҙе теләйем".
Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ышаныслы һәм игелекле балалар, тыныс, бәхетле тормош һеҙгә, Шәмсурый Сәйетйәғәфәр ҡыҙы!
Фото:"Бәйләнештә" селтәренән.