

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм республикабыҙ Хөкүмәтенең хәстәрлеге менән йыл һайын “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә аллеялар, парктар, скверҙар, ғөмүмән, йәмәғәт урындары төбө-тамырынан үҙгәртеп ҡорола. 2022 йылда өфөләр ҡарамағына тиҫтәнән ашыу өр-яңы һәм үҙгәртеп ҡоролған объекттар тапшырылған. Дөрөҫөрәге, “Дим”, “Тулҡын”, “Нефтехимиктар”, “Ҡашҡаҙан” парктары, “Медицина ҡаһарманлығы” аллеяһы, “Мөғин Нагаев исемендәге Гвардия”, “Ҡоштар”, Даян Мурзин исемендәге скверҙар, Совет майҙаны, Георгий Мушников урамы янындағы майҙансыҡ, Йылы күле, Дан бульвары, Муса Гәрәев скверы һәм башҡа урындар танымаҫлыҡ итеп үҙгәрҙе. Ысынында, төҙөкләндереү ҡыҙыу бара. Йәйәүлеләр юлы, велосипедсылар һуҡмағы, балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары, видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡоролмалары һәм һәм бүтәндәр шуға асыҡ миҫал.
Нәҡ Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан беҙҙә “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тип аталған стела асылды. Бейеклеге егерме метрлыҡ ошо ҡоролма Ағиҙел йылғаһының иң күркәм урындарының береһендә урынлашҡан. Дөрөҫөрәге, Сочи, Яр буйы урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге стела әллә ҡайҙан балҡып ултыра, мөһабәтлеген телгә алыу артыҡ. “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы”н урынлаштырыуҙы өфөләр үҙҙәре хәл иткән.
Иң мөһиме, был тәңгәлдә, халыҡтың фекере мотлаҡ иҫәпкә алына. Әйтәйек, кешеләр ял паркын нисек күрергә теләй, шуға ярашлы ул тулыһынса үҙгәртеп ҡорола, бер ниндәй ҙә тайпылышҡа юл ҡуйылмай.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа, республикабыҙ ауылдары ла, ҡалаларыбыҙ ҙа, айырыуса Өфө ҡалаһы күҙгә күренеп төҙөкләндерелде, был йәһәттән, эш әле лә эҙмә-эҙлекле дауам итә.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ленин районына ҡараған “Тулҡын” паркы хәҙер бөтөнләй бүтәнсә төҫ алды. Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙың Затон биҫтәһендә урынлашҡан ошо парк “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә, 2018 йылда төҙөкләндерелә башланы.
Ағымдағы йылда ҡала паркындағы Бәләкәй күл төҙөкләндерелә. Эштәр барышында күл тәрәнәйтелде, һыуҙы күҙәтеү урыны барлыҡҡа килде, яҡтыртыу ҡоролмалары бар, әле лә эштәр тынмай. Ошо проект “Башҡортостан бюджетынан Башҡортостан муниципаль райондары һәм ҡала округтары бюджеттарына субсидия биреү тәртибе күрһәтмәһе тураһында” тигән Башҡортостан Хөкүмәтенең Ҡарары нигеҙендә финансланған.
Өфө ҡалаһы Ленин районының йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Гөлназ Гәрәева әйтеүенсә, республикабыҙ етәкселеге халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыу тәңгәлендә барыһын да эшләй.
Белһәгеҙ икән үҙгәртелгәнгә хәтлем ошо парктың ниндәй ҡурҡыныс хәлдә булғанын? Ысынлап та, элек был майҙандағы үләнде бер ҡасан да сапмағандар, улай ғына ла түгел, ул ысын мәғәнәһендә ҡыйлыҡ урынына әйләнгән. Әнис Хәйруллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, йыш ҡына унда шикле һәм насар уйлы әҙәмдәр күренгеләгән.
– Бөгөн “Тулҡын”паркына һис икеләнеүһеҙ һәм тулҡынланмайынса киләм, – тип һөйләй биш бала әсәһе Венера Яныбаева. – Сөнки ул танымаҫлыҡ итеп ыңғай яҡҡа үҙгәртелде. Ҡыҙымды – коляскаға ултыртып, ә улымды етәкләп алам да ошонда ашығам. Бында бөтөнләй тыныс мөхит, барыһы ла халыҡ өсөн төҙөлгән. Тротуар уңайлы итеп эшләнгән, бер ниндәй ҙә соҡорҙар юҡ, күләүектәр ҙә осрамай. Ғәҙәттә, һөҙәк урындарҙы тупһаға оҡшатып эшләп ҡуялар, унан колясканы этеп үтеүе ныҡ ҡыйын. Ә “Тулҡын” паркында киреһенсә юлдар ҙа, һуҡмаҡтар ҙа тигеҙ итеп һалынған. Республика етәкселегенә рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ.
“Тулҡын” ҡала паркын төҙөкләндерер алдынан кешеләрҙең теләктәрен тыңлағандар һәм кәңәштәренә ҡолаҡ һалғандар. Дөйөм йыйылышта парк өсөн яуаплылар барыһын да ҡағыҙға теркәгән. Мәҫәлән, юлдар тап халыҡ теләгәнсә һалынған, хәйер, һәммәһен дә һанап сығыу кәрәкмәй ҙә.
Шуныһы, ҡала паркында йәйәүлеләр бик күп күренә, велосипедсылар һәм самокатта йөрөүселәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Әйткәндәй, эш барышында бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтарға һәм ҡытыршылыҡтарға осрамаған төҙөүселәр. Шуныһы, шул уҡ ваҡытта төҙөлөш барышында оҫталар ошо тирәләге халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаған, уларҙың тыныслығын боҙмаған..
Утыҙ йылға яҡын уҡытыусы булған, хәҙер пенсионер Айҙар Толомғужиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, паркка олоһо ла, кесеһе лә ял итергә, күңел тыныслығы табырға килә. “Тулҡын” ҡала паркы иһә нәҡ ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп үҙгәртелгән дә инде. Эскәмйәләр уңайлы итеп эшләнгән һәм урынлаштырылған.
– “Тулҡын” паркы Әхмәтов, Ирәндек, Союз һәм Шмидт урамдары тирәһендә урынлашҡан, унда бөтәһе бик күркәм ике күл бар, – тип һөйләй “БАДИ” архитектура-реставрация бюроһы етәксеһе Нелли Майорова. – Ҙур күл тирәһендә төҙөкләндереү эштәре йылдам барҙы. Майҙансыҡтар, шул иҫәптән, балалар уйын майҙансығын төҙөү, амфитеатр эшләп ҡуйыу, юл һәм һуҡмаҡтар һалыу, электр бағаналарын урынлаштырыу һәм башҡа эштәр шуға асыҡ дәлил.
Нелли Рәшит ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә Бәләкәй күл тирәһенә йәм индереү буйынса уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырасаҡтар. Ғөмүмән, хәҙер был урын өфөләрҙең һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарының иң яратҡан ял итеү урынына әйләнгән, күлдәргә ҡоштарҙың ҡайтыуы – ҙур ҡыуаныс.
Бында турниктар, спорт майҙансыҡтары, эскәмйәләр һәм сүп ташлау һауыттары, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу контейнерҙары, машиналарға туҡтау урындары эшләнгән.
“Тулҡын” паркындағы Бәләкәй күлде төҙөкләндереү 2023 йылдың йәйендә тамамланырға тейеш.
Фото: https://yanzori.com/