Йәмғиәт
17 Ноябрь 2022, 06:15

Улар бәләгә тарыған водителгә ярҙам иткән

Ошондай хәлдә һәр кем ҡалыуы ихтимал.

Улар бәләгә тарыған водителгә ярҙам иткәнУлар бәләгә тарыған водителгә ярҙам иткән
Улар бәләгә тарыған водителгә ярҙам иткән

Республиканың ЮХХДИ идаралығының юл патруле хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре юлда күңелһеҙ хәлгә осраған водителгә ярҙам иткән. Ошо хаҡта социаль селтәрҙә яҙҙылар.

Мәғлүм булыуынса, 13 ноябргә ҡарай төндә Өфө – Ырымбур юлының 2-се километрында ЮХХДИ бригадаһы – полицияның өлкән лейтенанты Элвир Ғәзизов менән полицияның өлкән лейтенанты Вадим Әминов юл уртаһында туҡтап торған “Opel Astra” автомобиленә иғтибар итә. Баҡтиһәң, транспорттың яғыулығы бөткән һәм водителдең телефонының зарядкаһы ла ултырған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре уға транспорт сараһын хәүефһеҙ урынға күсерергә ярҙам итә. Бынан тыш, һаҡсылар яғыулыҡ алып килеүҙә лә ярҙам күрһәтә.

Егет популяр социаль селтәрҙәрҙең береһендә хеҙмәткәрҙәрҙең фотоһүрәтен ҡуйып, рәхмәт һүҙҙәрен баҫтырып сығарҙы.

– Үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәгән һәм халыҡтың эске эштәр органдарына ышанысын нығытҡан коллегаларыма рәхмәт әйткем килә, – тип яҙҙы республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас