

Мәләүезгә командировка мәлендә район хакимиәтендә, башҡа учреждениеларҙа ғына булып ҡалманыҡ, ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дә тормош көнкүреше менән ҡыҙыҡһындыҡ. Боһорман ауылынан Флүрә һәм Фәйез Бикташевтар райондың өлгөлө ғаиләһе. Үҙҙәренең өс балаһын аяҡҡа баҫтырып ҡына ҡалмаған, тәрбиәгә ул алып үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһенең үҙ һәләте: кемдер һүрәт төшөрөргә ярата, кемдер йырлай, кемдер бейей йәки гармун тарта. Шуға Бикташевтарҙың төрлө кимәлдәге конкурстарҙа яулаған уңыштары ла бихисап.
Ауылда концерт уҙғарылһа, бөгөн дә Фәйез Фәтих улы гармун һуҙып, Флүрә Баязит ҡыҙы йырлап ауылдаштарының кәйефен күтәрә.
“Фәйезгә 8-се класта уҡығанда ғашиҡ булғайным, ваҡыт үтеү менән уның күңелен яуап алдым. Шуныһы ҡыҙыҡлы , миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһар алдынан, Фәйез иң тәүҙә ата-әсәйемдең ризалығын алды”,–тип танышып- дуҫлашып киткән мәлдәрен йылмайып иҫкә алды Флүрә ханым. Ғаилә башлығының: “Ҡатынымды әле лә йәш саҡтағы һымаҡ яратам”, тигән һүҙҙәре лә һоҡланыу уята.
Был матур ғаилә хаҡында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Әлегә йырлы-моңло ғаиләнән музыкаль күстәнәс.
Автор фотоһы һәм видеоһы.