Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 05:32

“Ҡаһарман” башҡорт йәштәре өсөн!

Һәләтлеләрҙе үҫтерергә кәрәк.

Бөгөн йәштәр араһында һәр яңылыҡҡа ҡыйыу, тәүәккәл тотонған ҡыҙҙар һәм егеттәр бихисап. Башҡортостан Республикаһының йәш яҙыусылары өсөн “Ҡаһарман” тип аталған арт-коучинг, ябай итеп әйткәндә, тәжрибә майҙансығы ойошторған Әлиә Хәбилова ла – шундай алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, ҡыйыу йәштәребеҙҙең береһе.

Проект йәш ижадсыларҙы бергә туплау, уларҙы күреү, таныу, ише­теү, йүнәлеш биреү кеүек изге маҡ­саттарҙы күҙ уңында тотоп ойошторолдо. Сара башҡортса яҙышырға, өйрәнергә теләгән­дәрҙе, ижад ҡомары менән янған­дарҙы тупланы. Проект йылға яҡын алып барылып, унда йәштәр яҙы­шыуҙың әлифбаһын үтте, йәғни үҙен­сәлекле ижади лабораторияла үҙҙәрен һынап ҡараны. Уның йом­ғаҡлау өлөшө форум рәүешендә баш ҡаланың “Президент отел”ен­дә ойошторолдо. Тәүге көн әҙә­биәт, драматургия, кино сәнғәтенә арналһа, икенсе көн журна­лис­тикаға бағышланды. Йәш авторҙар билдәле яҙыусылар, журналистар, драматургтар, сценарий оҫталары менән дискуссия майҙансыҡ­та­рында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә фекер алышты, һорауҙарға яуап эҙлә­не, бәхәсләште. Ижадсылар шул көн­дәрҙә премьераһы уҙған “Шағир көндәлеге” фильмын ҡарап, уның буйынса ла үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Проект авторы Әлиә Хәбилова әйтеүенсә, уға был эшкә тотонорға әсәһе – билдәле яҙыусы, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова булышлыҡ иткән. Улар әсәле-ҡыҙлы ярайһы уҡ ҡатмарлы, ваҡыт һәм көсөр­гәнешле хеҙмәт талап иткән баш­ланғысты фиҙакәрлек менән атҡарып сығыуға өлгәште. 

– Онлайн-дәрестәр апрель айынан ойошторолдо. Республика буйынса яҙышырға ынтылған, өйрәнергә теләгән һәм ниндәйҙер кимәлдә ҡәләм тирбәткән йәштәрҙе йыйҙыҡ. 80-гә яҡын ҡулъяҙма килде. Шуларҙы һайлап, эшкәртеп, һәләтенә һәм әүҙемлегенә ҡарап, 20 кешене һайланыҡ, – ти Ми­ләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы. – Ниндәй маҡсат менән ойошторолдо был коучинг? Бөгөн яҙышырға теләгән йәштәрҙе өйрәткән остаздар бик аҙ. Яҙа белмәйһегеҙ, тип әрләү­селәр һәм ғәйепләүселәр күп, ә бына уларға аныҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы юҡ кимәлендә. Хәҙерге йәштәр телде оло быуын һымаҡ йәки беҙҙең кимәлдә үк белеп етмәй, шуға күрә уларҙы был тәңгәлдә әйҙүкләргә һәм өйрәтергә кәрәк. Иң һәләтлеләрен дә өйрәтергә кәрәк. Улар быға мохтаж. Һөнәрсе өйрәнсеккә өйрәткән һәм уға үҙаллы булырға ярҙам иткән кеүек.

Йәштәрҙең уй-фекерләүе, донъ­я­ға ҡарашы һәм яҙыу стиле лә башҡа. Был насар йә яҡшы тигәнде аңлатмай. Был – ысынбарлыҡ, факт. Йәштәр бөгөн үҙ форматында ижад итә. Заманса. Уларҙы кире ҡаҡҡансы, ситкә типкәнсе, аңлау һәм ҡабул итеү яҡшыраҡ түгелме? Улар бит – беҙҙең балалар, беҙҙең киләсәк. Һындырыу, икенсе ҡалыпҡа ултыртып маташыу файҙаһыҙ. Туҡтауһыҙ тән­ҡитләү арҡаһында ла “бөгөн йәштәр башҡортса яҙмай” тигән фекер нығынып бара. Яҙа! Бар улар! Һәләтлеләр, белемлеләр, ҡыҙыҡтар һәм ҡыйыуҙар.

Эйе, “Ҡаһарман” проекты ла ошо фекерҙе – башҡортса яҙған, ижад итергә ынтылған һәләтле йәштәрҙең барлығын раҫланы, күрһәтте, улар менән яҡындан танышыу, аралашыу, уй-фекерҙәрен белеү мөмкинлеген булдырҙы.

Форумдың икенсе көнөнөң ҡатнашыусыһы булараҡ, йәштәр менән аралашҡанда башлыса гәзит журналистикаһына баҫым яһаным. Шуныһы ҡыуандырҙы: йәш быуын баҫма матбуғатҡа битараф түгел, улар араһында рес­публикабыҙҙың төп милли баҫ­маһы “Башҡортостан”ды уҡыусы­лар бар, кемеһелер “өләсәйем, әсәйем-атайым алдыра” тип яуап­ланы. Ҡатнашыусылар ҡыйыу рәүештә һорауҙарын бирҙе, фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе. Әйткәндәй, сара сығыш яһауға түгел, ә асыҡ диалогка ҡоролдо.

Үҙенең сығышында проект авторы Әлиә Хәбилова был проектты тормошҡа ашырып, йәш ижад­сыларҙың барлығын танытыу, уларҙы күреү, үҫтереү зарурлығын, ғөмүмән, ижадсы ынтылырға тейешле бейеклекте күрһәтергә теләүен билдәләне һәм үҙ маҡсатына өлгәште. “Өлгәште” тип нөктә ҡуйырға ла ярамайҙыр, сөнки был бер-ике көнлөк йәки бер проектта ғына башҡарып сыға торған эш түгел, әммә ҡыйыу, тәүәккәл ҡыҙ киләсәктә мотлаҡ ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеген дауам итәсәген белдерҙе. Афариндан башҡа һүҙ юҡ шундай йәштәргә!

Алда әйткәнемсә, проектты йомғаҡлау форумы баш ҡаланың иң матур ҡунаҡханаларының бере­һендә – “Президент отел”дә үтте.

– Йәштәр барлыҡ уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәне, ресто­ранда туҡланды, буш ваҡытта­рын­да тренажер залында шөғөл­ләнде, бассейнда йөҙҙө, саунала рәхәт­ләнде. Заманса залдарҙа түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо, тренингтар үтте. Бөтә ошо матур мөнәсәбәт йәштәрҙең яҙыусылыҡҡа ыңғай ҡарашын формалаштырыу, әлеге йәштәр “яҙыусылар аҡсаһыҙ, етешһеҙ тормошта йәшәй” тигән стереотипты аша атлап үтә алһын, заманға яраҡлашып, уңышлы булһын, китаптарын һата, ижадтарын популярлаштыра белгән яҙыусылар булып үҫеп етһен тигән изге маҡсатта эшләнде, – тине проектты ойоштороусылар.

Әйткәндәй, проектың авторы Әлиә Хәбилова – Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты. Был грантты ул Санкт-Петербург ҡалаһында яҡлап, еңеү яулаған. Форумды ойоштороуҙа уға дуҫтары – буласаҡ табиптар ярҙам итте.

“Ҡаһарман” арт-коучингын үткән йәштәр ижад донъяһында үҙҙәрен танытыр, саранан илһам, дәрт, ки­ләсәккә йүнәлеш алып, артабан да ошо изге юлды дауам итер, тип юрайыҡ.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА, шағирә, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире, форумдың эксперты:

– Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәре дөрөҫ ул. “Ҡаһарман” арт-коучингының идея авторы һәм грант ярҙамында уны тормошҡа ашырған Әлиә миҫалында ла быны асыҡ күрҙек. Был проект әҙә­биәткә яңы тулҡын булып фекерле, үҙенсәлекле йәштәр килгәнен, беҙҙән һуң яҙыусылар булырмы тигән хәүефтең урынһыҙлығын иҫбатланы. Заманса, ҡыйыу яҙырға әҙер йәш ҡәләм тибрәтеү­селәребеҙ, уларға ышаныс белдереп, ошондай саралар уҙғара алған эшлекле йәш эшмәкәрҙәребеҙ булыуы шул тиклем һөйөнөс!

 

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, ҡатнашыусы:

– “Ҡаһарман” арт-коучингы барышында ижад серҙәрен бүле­шеү, борсоған һорауҙарыбыҙға яуап алыу үҙенә күрә тәжрибә туплау булды. Билдәле журналистар, яҙыу­сылар, шағирәләр менән яҡын­дан танышыу, аралашыу илһам­ландырҙы, фәһемле кәңәштәре, теләктәре иңдәргә ҡанат ҡуйҙы. Ғөмүмән, күңел һыуһаған тере әңгәмә, ижади мөхит, яңы дуҫтар, хозур тәбиғәт ҡосағында урын­лашҡан “Президент отель” күңел­дә яҡты тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.

 

Айнур АҠЫЛОВ, ҡатнашыусы:

– Форумда ҡатнашҡан спи­кер­ҙар һәр һорауға аңлайышлы яуап бирҙе, йәштәрҙең ижадына етди иғтибар бүлде, уйланырға, һығым­та яһарға һәм хаталар өҫтөндә эшләргә өйрәтте. Шундай матур мөхиттә асыҡтан-асыҡ һөйлә­шеүҙәр өсөн Миләүшә Ҡаһар­манова, Венер Исхаҡов, Зөһрә Бураҡаева, Марат Әминев, Лариса Абдуллина, Гөлдәр Яҡшығолова, Гөлнара Хәлфетдиноваға ҙур рәхмәт.

 

Заһиҙә МУСИНА, ҡатнашыусы:

– Проект тәү сиратта миңә башҡорт яҙыусыларын башҡа яҡтан асты. Һәр спикерҙы рәхәт­ләнеп тыңланым, онлайн дәрес­тәрҙе көтөп алдым. Хатта етмәй ҡалды! Киләһе йылға тәҡдимдәрем дә әҙер. Миләүшә Ҡаһарманова йәш яҙыусыларға: “Һеҙ бындай иғтибарға лайыҡ!” – тине. Ҙур рәх­мәт! Быны тойоу бик кәрәк ине.

 

Гөлдәр ИШЙӘРОВА, ҡатнашыусы:

– Эҫе көндә ямғыр тамсыhы кеүек булды был осрашыу. Кө­төлгән, өмөт менән аҡланған, мәғәнә менән һуғарылған. Ҙур рәхмәт ойоштороусыларға! 

Читайте нас