Йәмғиәт
18 Ноября 2022, 05:28

Аң-белем – мәңгелек ғилем

Математика һәм физика класын тамамлаған ҡыҙ филология йүнәлешен һайлаған.

“Бөгөн йәштәр ғилем юлынан бармай, фән тауҙарын яуларға атлығып тормай, егет һәм ҡыҙҙар ҡулдарына диплом алыу менән аҡсалыраҡ эште эҙләй”, – тигән хәбәрҙәр һирәк-һаяҡ булһа ла ишетелгеләй. Күпме йылдар үҙләштергән һөнәрең буйынса эшләргәме, әллә дипломды кәштәнең төпкө яғына һалып ҡуйып, кеҫә ҡалынайтыу тураһында уйларғамы?! Төрлө фекер булыуы ихтимал. Миңә ҡалһа, тәүгеһе отошлораҡтыр. Үҙем белем эстәгән юғары уҡыу йортона барғанда, эшем бөтһә лә, ҡайтырға ашыҡманым, тәнәфес мәлен көттөм. “Ысынлап та, вуздарҙа өлкәндәр генә эшләйме?” тигән һорауға яуап табырға тырыштым. Коридорҙа йәш ғалимдарҙы осратыуым әлеге имеш-мимеште тулыһынса тиерлек юҡҡа сығарҙы. Йәш ғалимә Гөлдәниә ҒИМАШЕВА менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.

 

– Гөлдәниә Миңлеғәле ҡыҙы, башта гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырығыҙ әле. Һеҙ ҡайһы яҡтың һыуын эсеп үҫтегеҙ?

– Хозур тәбиғәтле Баймаҡ районының данлыҡлы Буранбай сәсән вариҫтары еренән мин. Буранбай ауылында Гүзәл менән Миңлеғәле Һағынбаевтар ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Беҙ ғаиләлә ике бала үҫтек. Ҡустым Иҙел сәнғәт юлын һайланы, ул – ҡурайсы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты һәм дипломанты.

Бала сағым ғәзиз тыуған ауылымда үтте, оло инәйҙәрҙең ауыл, ер-һыу атамалары тарихын, һуғыш хаҡындағы хәтирәләрен, өлә­сәйемдең йырҙарын, күрше Нурия инәй Үтәбаеваның мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғалар, им-томдар хаҡында хикәйәттәрен тыңларға ифрат яраттым. Атай-әсәйем дә беҙҙе тырыш булырға, хеҙмәт һөйөргә өйрәтте. Яҡын­да­рым биргән һабаҡтар ғүмер буйы оҙата килә.

 

– Мәктәп йылдарын кем һағынмай! Шулай бит?!

– Ниндәйҙер яңылыҡты һәм асышты үҙем өсөн билдәләп ҡалыу, уны өйрәнеү ныҡ ҡы­ҙыҡ була торғайны. Буранбай ауылының дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған йыл­дарҙа төрлө олимпиадаларҙа, шиғыр бәйге­ләрендә, бигерәк тә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү кеүек мәртәбәле конкурс­тарҙа, спорт ярыштарында даими ҡатнаш­тым, шул уҡ ваҡытта йыр түңәрәгенә йөрөнөм һәм “Еҙ үксә” бейеү ансамблендә шөғөл­ләндем. Мәктәп йылдары гөрләп торҙо. Уҡытыусылар уҡыусыларҙың белем кимәлен генә үҫтермәне, ә уларға рухи тәрбиә лә бирҙе.

 

– Шуныһы ҡыуаныслы, башҡорт теле йылдан-йыл үҫешә, популяр була бара. Ә башҡорт теленә һәм әҙәбиәтебеҙгә һөйөүҙе кем уятты?

– Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Ләлә Ғүмәр ҡыҙы Хәмитова уҡытты, беҙҙең класс етәксеһе лә булды. Уҡытыусым төрлө конкурстарға алып йөрөнө, уның менән күп тапҡыр ҙур бейеклектәр яуланыҡ.

Тыуған ауылымда  IX класты тамамлағас, Сибай ҡалаһының гимназия-интернатына уҡыр­ға барҙым. Төрлө райондарҙан йыйыл­ған балалар татыу ғаилә булып йәшәнек һәм тырышып белем алдыҡ. Был осорҙа Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова ижади һәләттәремде үҫтереүгә күп көс һалды. Ҡала һәм республика олимпиадаларында, ғилми конференцияларҙа, фольклор конкурстарында еңеүҙәр яуланым. Ике йыл эсендә уҡытыусым менән биш шиғри китапсыҡ баҫтырып сығарҙыҡ. “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы булдым. Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы үҙемдең ижад кисәмде ойошторорға ла ярҙам итте.

Башҡорт теленән берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙым һәм физика-математика профилен тамамлауыма ҡара­маҫтан, уҡытыусымдың фатихаһы менән филология юлын һайланым.

 

– Шулай итеп, һеҙ студент булдығыҙ...

– 2011 йылда Башҡорт дәүләт универ­си­тетының, ул ваҡытта башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты башҡорт һәм инглиз телдәр бүлегенең студенты итеп алындым. Белем һәм ғилем донъяһы һәр студентты ҙур өмөттәр бағлап ҡаршы алды.

Студент йылдары онотолмаҫ хәтирәләргә бай һәм йәшлектең иң гүзәл мәлдәре булараҡ иҫтә ҡалған. Мәктәп һәм студент йылдарын сағыштырһаң, айырма ер менән күк араһы тигәндәй, сөнки бында үҙаллы тормош башлана. Үҙеңде тәрбиәләү һәм үҫтереү йәһәтенән күп тырышырға һәм камиллашырға кәрәк. Ошо арала һәр беребеҙ шәхес булып формалашыуға әҙме-күпме аҙымдар яһаныҡ. Юғары уҡыу йортонда һәм факультетыбыҙҙа үткән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм  республика кимәлендә уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаштым, призлы урындар яуланым. Университетыбыҙҙың мәҙәни тормошонда ҡайнаным, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләндем.

 

– Һеҙ, башҡорт ҡыҙы, нисек океан аръяғына барып сыҡтығыҙ?

– Студент йылдары беҙгә, ҡыҙ һәм егеттәргә, бик ҙур, күп мөмкинлектәр асты. Шуның береһе – II курста “Star trip” халыҡ-ара студенттар ойошмаһы менән Америка Ҡушма Штаттарында алты айҙан ашыу инглиз телен өйрәндем һәм камиллаштырҙым. Сит телде өйрәнеү йәһәтенән ҙур тәжрибә туплауҙан тыш, Башҡортостандан килгән, хәйер, бүтән студенттар менән дә, бергә рәхәтләнеп сәйәхәт иттек. Ниндәй генә ерҙәрҙе гиҙмәнек, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән яҡындан таныштыҡ.

 

– Эшләп уҡыған студенттарға хөрмә­тем ныҡ ҙур. Ошо фекер менән килешә­һегеҙме?

– Уҡыу барышында үҙем эшләп тә йө­рөнөм, уҡырға ла өлгөрҙөм. II курста “Деловой мир Башкортостана” гәзитендәге мәҡә­ләләрҙе инглиз теленә тәржемә иттем. Улай ғына ла түгел, республика баҫмаларына ла мәҡәләләр яҙҙым, хатта гонорар ҙа түлә­неләр әле. Шулай уҡ инглиз теленән репетитор булдым. Һуңғы курста иһә Башҡорт дәүләт университетында эшләй башланым. Бакалавриатты ҡыҙыл дипломға тамамланым, артабан магистратураға уҡырға индем.

 

– Гөлдәниә Миңлеғәле ҡыҙы, һеҙ ни өсөн кандидатлыҡ диссертацияғыҙ өсөн Мостай Кәрим темаһын һайланығыҙ?

– Уның ижадын ғилми юҫыҡта тикшереүҙе һайлау осраҡлы түгел, сөнки шағир ижады – уникаль һәм феноменаль күренеш. Уның әҫәрҙәрендә ғаилә ҡиммәттәре сағыу, үҙенсәлекле итеп бирелә, шуға күрә лә ғилми күҙлектән уны төрлө йүнәлештә тикшереү көнүҙәк булып тора.

“Мостай Кәрим ижадында “Ғаилә” концепты” тигән ғилми эшем өсөн  мине Мостай Кәрим фондының грантына лайыҡ тип таптылар. Был бүләкте алыу киләсәктә тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйырға ҡанат­ландырҙы. Грантты бөйөк шағирҙың ҡыҙы Әлфиә апай һәм ейәне Тимербулат Кәримов тапшырҙы. Магистратураны шулай уҡ ҡыҙыл дипломға тамамланым, ике йыл уҡыу дауамында 26 ғилми мәҡәләм баҫылып сыҡты.

 

– Ғилем тигән бейек тауҙы яуларға кем әйҙәне?

– Дипломды ҡулыма алғас, филология фәндәре докторы, шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы профессоры Хәҙисә Солтанбаева аспирантурала уҡыуҙы дауам итергә саҡырҙы. Ғөмүмән, Хәҙисә Вәли ҡыҙы миңә һәр ваҡыт үрнәк булды. I курста ғына уҡығанда уҡ беҙ, ҡыҙҙар, уға ҡарап һоҡлана инек. Аспирантурала ғилми етәксем булғанына бик шатландым.

Етәксем менән һөҙөмтәле һәм тынғыһыҙ эшләнек, өс йыл һуҙымында “Мостай Кәрим ижадында “Ғаилә” концептосфераһы” тигән кандидатлыҡ диссертацияһы буйынса 49 ғилми мәҡәләм донъя күрҙе. Шулар ара­һында Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығының Юғары аттестация комиссияһы раҫлаған баҫ­маларҙа, Web of Science, РИНЦ журналдарында, Азербайжанда һәм Ҡаҙағстанда донъя күргәндәре лә байтаҡ.

Етәксемдең принципиаль, үтә талапсан сифаттары ла ҙур уңыштарға юл асты. Өс йыл уҡыу дәүерендә Башҡортостан Башлығы стипендиаты булдым. Был еңеүем өсөн шулай уҡ башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаға рәхмәтлемен. Деканыбыҙ алдынғы ҡарашлы һәм тырыш булғаны өсөн, факультетыбыҙ камиллаша, үҫә, төрлө еңеүҙәргә өлгәшә. Йәштәр телендә һөйләшә белгән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡшы аңлаған, шул уҡ ваҡытта ғилми даирәлә һәм йәмәғәтселек алдында юғары абруйлы йәш етәксе  һуңғы осорҙа студенттар һәм уҡыусылар өсөн факультетта бихисап проекттар, конкурстар, олимпиадалар ойошторҙо, гранттар яулана, бюджет урындары ла арттырылды. Студенттар ҡайҙа ғына барып ял итмәй, сит илдәргә стажировкалар ойошторола. Республикала ниндәй генә мәҙәни сара үтмәһен, һәр ҡайһыһында беҙҙең факультет ҡыҙҙары һәм егеттәре ҡатнаша. Бейеү ансамбле төҙөнөләр, ҡурай­сылар, йырсылар күп. Рәсәй һәм республика кимәлендә был тиклем стипендиаттарыбыҙ бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Күңелде ғорурлыҡ хисе биләй, әлбиттә.

 

– Кандидатлыҡ диссертацияһын ҡасан яҡланығыҙ?

– Ғилми етәксем, ваҡытын йәлләмәйенсә, бөтә көсөн мине бар яҡтан үҫтерергә тырышты. Шөкөр, быйыл июнь айы шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та булды – канди­датлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланым. Бигерәк тә оппоненттарҙан, юғары баһалама биргән ғалимдарҙан уңдыҡ. Был беҙҙең өсөн оло еңеүгә тиң! Ғилем донъяһына миңә юл асҡан диссертация советы ағзаларына, оппоненттарға – филология фәндәре докторы,  Х.Ф. Катанов исемендәге Хакас дәүләт университеты профессоры Мария Дмитриевна Чертыковаға, филология фәндәре кандидаты, Х.М. Бербеков исемендәге Ҡабарҙа-Балҡар дәүләт университетының балҡар телдәре кафедраһы доценты Сахадин Магамет улы Хуболовҡа, шулай уҡ Татарстандан Ғ.Ғ. Ибраһимов исемендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Ғилми етәксемде тағы ла билдәләп үтер инем, сөнки уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. 2016 йылдан фән тигән ҡанаттарымды нығытып, ауырлыҡтар алдында бирешмәҫкә өйрәтте. Алты йыл дәүерендә тормошом уҡы­тыусыһына, кәңәшсемә, остазыма әйлән­де. Шул ваҡыт арауығында һис тә ваҡытын йәлләмәне, һәр саҡ ҡеүәтләп торҙо. Быйылғы уҡыу йылы башында етәксем менән бергә “Башҡорт лингвомәҙәниәтендә “Ғәлиә” концептосфераһы” (Мостай Кәрим әҫәрҙәре нигеҙендә) монографияһын баҫтырып сығарҙыҡ. Әле лә ҙур пландар менән янып йөрөйбөҙ.

 

– Ғаилә хәлегеҙ тураһында ла белге килә.

– Уҡыу йылдарында тормош иптәшем – Ҡыйғы районының Яуын ауылы егете Динар Ғимашев оло терәк булды, әле лә шулай. Ике ҡыҙыбыҙ үҫеп килә, өлкән балабыҙға – дүрт йәш, бәләкәсебеҙгә – бер йәш тә һигеҙ ай. Ысынында, бер-береңә теләктәш булыуҙы, береңдең фекерен икенсең һәр саҡ ҡеүәтләп тороуҙы бер нимә лә алмаштырмай.

Форсаттан файҙаланып, ҡәҙерле атай-әсәйемә, ҡустым Иҙел менән киленем Ангелинаға, башҡа туғандарыма һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн ихлас рәхмәтемде еткерәм.

 

– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләк­тәрегеҙ булыр?

– Хәҙер мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтарҙан алырға мөмкин. Ваҡытлы матбуғаттан айырылмау, китапханаға йөрөү, ғөмүмән, уҡыу­ҙан туҡтамау һәр йәһәттән дә үҫешкә илтә.  

 

– Гөлдәниә Миңлеғәле ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ижади артылыштар һеҙгә!

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас