

Ипотека йә ҡулланыусылар кредиты юллау әҙме-күпме еңеләйгәс һәм уны алыу юлдары ябайлаштырылғас, ниһайәт, ҡәҙимге кешеләргә лә банктарҙың ишеге киң асылды. Шәхсән үҙемә килгәндә, кредит ярҙамында автомобиль һатып алдым, ипотека нигеҙендә фатирлы булдым. Кем әйтмешләй, аҡса йыйып түгел, ә бурысҡа алып, донъя бөтәйттем.
Ысынында күптәр көнкүрештә ошо отошло ысулға өҫтөнлөк бирә лә инде. Мәҫәлән, ипотека кредиты фатир алғанда ифрат ныҡ ярҙам итә. Автомобилгә ынтылһаң, шулай уҡ ҡыйыуыраҡ бул һәм рәхим ит: хатта һаҡлыҡта бер һум аҡсаң ятмаған осраҡта ла “тимер ат”та елдерергә мөмкин, бүтән мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә ныҡ уңайлы.
Һирәктәр генә кредитһыҙ йәшәйҙер, моғайын. Уның ҡарауы, таяҡ ике осло булғандай, аҡсаны кире ҡайтара ла белергә кәрәк. Ғәмәлдә кешенекен алаһың, үҙеңдекен бирәһең. Кредит һаҙлығына батып, уны түләй алмағандарҙың түгел, ә бурысын ваҡытында ҡайтарыр өсөн баш күтәрмәй эшләп, һаулығын ҡайғыртмағандарҙың яҙмышы нисек? Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, нәҡ кредит арҡаһында әле күптәр бер нисә урында тир түгергә мәжбүр.
– Ниңә шул тиклем йыш тәмәке тартаһың ул, аҡса бөтөрөп? – тип һорағандар кредит түләгән бер ирҙән.
– Бик ныҡ борсолам, – тип яуап ҡайтарған йорт хужаһы.
– Ә ниңә борсолаһың?
– Һаулығым өсөн...
Уйланырға урын бар, әлбиттә.
Бер тапҡыр ғына бүләк ителгән ғүмерҙе нисек тә матур үткәрергә кәрәк бит. Муллыҡта йәшәргә теләмәгән кешене табыуы ҡыйындыр. “Ни өсөн шулай? Ниңә мин түгел?” кеүегерәк һорауҙар күптәрҙе борсомай ҡалмайҙыр. Ат шикелле егелеп эшләп тә бол йыя алмағандар тормошоноң алға бармауына әленән-әле зарланыусан. Ни өсөн берәүҙең бөтәһе лә бар? Ә икенселәр, әйтәйек, юғары белемле булыуына, намыҫлы хеҙмәт күрһәтеүенә, ғөмүмән, донъя көтөү өсөн ижтиһад һалыуына ҡарамаҫтан, мохтажлыҡ сигендә көн күрә. Шул уҡ ваҡытта аяҡҡа баҫыуҙың төрлө юлдары ҡаралғандан һуң аҡса сығанағы – кредит күңелгә тынғылыҡ бирмәй башлай.
Әҙәм балаһы маҡсатына өлгәшә һәм, финанс күҙлегенән сығып, бер нисә урында эшләргә мәжбүр була. Социологтар иҫбатлауынса, тәүлегенә яҡынса 15 сәғәт хәрәкәт иткәндәр тегендә-бында йүгереүҙән ләззәт ала, тормошон бүтәнсә күҙ алдына ла килтермәй. Ә ысынында кемгәлер бер нисә урында эшләү тәбиғи хәл һаналһа, икенселәр өсөн ул – өҫтәмә килем сығанағы. Аҡса табыу теләге хәрәкәтләндерә уларҙы. Был осраҡта, моғайын, иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ бүлә белеүҙер. Менталитетҡа йәки, ғөмүмән, холоҡ-фиғелгә бәйлеме, ниңәлер беҙҙә шундай мәрәкә тенденция һаҡлана: кем бер нисә урында эшләй, тимәк, ул аҡсаһыҙлыҡтан йонсой, финанс яғынан фәҡир. Һирәктәр генә уны “сәмсел, ныҡышмал, тәүәккәл” тип маҡтар.
Ауылдан айырмалы, ҡалала йүгереп йөрөп бер нисә урында эшләү мөмкинлеге ныҡ ҙур. Мәҫәлән, 15 йыл элек юғары уҡыу йортон тамамлаған таныш ҡатын – мәктәптә педагог. Үҙе һөйләүенсә, уҡытыу сәғәттәрен күп алған. Әйткәндәй, “бер ставкаға эшләһәң, аҡса етмәй, ә ике ставка алһаң, ваҡыт еткереп булмай” тигән фекер иҫкә төштө. Эйе, ул таң һарыһынан тороп, төп эш урынына сығып китә, төндә генә ҡайтып инә. Ни өсөн тигәндә, репетитор булып ялланған, өҫтәүенә, йәшәгән еренән алыҫ түгел ниндәйҙер офиста кис иҙән йыуа.
Барыһына ла нисек өлгөрөүен түбәндәгесә аңлатты. Йыйылһа ла, өйөнә мәктәптәге эште алып ҡайтмаҫҡа тырыша йәки бөтәһен дә кабинетында тамамларға күнеккән. Коллегалары таралышып бөткәс, техничка роленә инә. Бәндәне ризыҡ йөрөтөүен иҫәпкә алғанда, уның ҡасан тамаҡ ялғап алыуын үҙе генә беләлер.
Таныш-тоноштоң егәрле ханымды тәгәрмәстә әйләнгән тейен менән сағыштырыуы урынлы. Шул иғтибарға лайыҡ: өҫтәмә йөк алыуына ҡыуанысы сикһеҙ, сөнки юғары кредит түләй был ғаилә. Мәктәп йәшендәге ике балаһы бар, ире – слесарь. Ә бына мөғәллимдәрҙән айырмалы, табиптарҙың бер нисә урында эшләүен бер нисек тә күҙ алдына килтермәйем. Ни генә тиһәң дә, улар кеше ғүмере өсөн яуап бирә, ә әҙәм балаһының яҙмышы менән шаярыу шырпы һыҙып уйнауға тиң. Шулай ҙа төнгө дежурлыҡта ҡалыуҙы, йорттарына барып, өлкән йәштәгеләргә система ҡуйыуҙы, укол һалыуҙы һәм башҡа эштәрҙе кем башҡарһын? Һүҙ ҙә юҡ, улар.
Ял көндәрендә күп кеше көнлөксөгә әйләнә. Байҙарҙың өйөн йыйыштырыусылар байтаҡ, урам сатында курьерҙарҙы осратабыҙ, шәхси автомобилендә кеше йәки тауар ташыусылар етерлек, төндә ҡарауылда торғандарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Шулай, тегендә-бында сабып, мәшәҡәттәр солғанышына күмелеп, бәғзеләр ғүмеренең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Әлеге лә баяғы кредитты ла һуңлатмайынса түләп барырға тейешһең бит.
Табиптарҙың фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ. “Бурыслы бындай осраҡта көсөргәнеш кисерә, төрлө яҡҡа бәргеләнә, психик йәһәттән ҡаҡшай, ҡыҫҡаһы, эске яҡтан тиҙ “серей”, ә серегән ағастың ҡасан ауғанын үҙегеҙ беләһегеҙ. Әлбиттә, ғаиләне ҡарау өсөн ҡыбырларға тейешһең, әммә иң насары – һаулығың тураһында хәстәрлек күрмәү”, – ти аҡ халатлылар.
Ҡысыған ерҙе генә тырнайҙар, тигәндәй, берәй ағза ауыртҡанда ғына дауаханаға мөрәжәғәт итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Был тамырынан дөрөҫ түгел. Диспансерлаштырыуҙы тиккә генә уйлап сығармағандар бит. Бынан тыш та табипта даими ҡаралып торорға кәрәк. “Үтер, моғайын”, “берәй көн барырмын әле”, “теге ваҡыт йүнәлдем дә инде” тип һәр саҡ иртәгәгә шылдырабыҙ үҙебеҙ өсөн мөһим бурысты. Бик ҡыҙғаныс. Һаулыҡты кире ҡайтарып булмаҫын аңлайбыҙ, әммә тап уның киреһен эшләйбеҙ.
Биш йыл элек ярты миллион һумлыҡ кредитын тулыһынса ҡаплап, яңынан шунан да күберәкте юллаған яҡташым тураһында хәбәрҙар булған, үҙен генә ҡарап йөрөткән ауылдашымдың күҙҙәре маңлайына менде. Уның өсөн был күтәрә алмаҫтай йөк тойолдо шикелле. Муллыҡта йәшәргә теләгән кеше ниндәй юлды һайларға тейеш һуң? Аҡсаға сарсауҙы ҡайһылай баҫырға, нисек итеп күңелдән юйып ташларға? Күптәр “юғары белемле йәки талантлы булһаң, һиңә ҡояш йылыһын күберәк өләшә башлаясаҡ” тип фекер йөрөтөп, ныҡ хаталана. Тәрән белем дә, һәләтең дә мул аҡса йөрөтәсәкһең тигәнде аңлатмай әле.
Аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Фатир һатып алыуға өлгәшкәндәр ҡала янында йортло булырға хыяллана, балаларын мөйөшлө итеү сараһын күрә, автомобилен яңыһына алмаштыра, сит илгә юллама ала, башҡа хәстәрҙәр менән яна. Һүҙ ҙә юҡ, кредит ярҙамында. Бурыстан ҡотолор өсөн телде арҡыры тешләп, осто-осҡа ялғап йәшәр урынға, бәлки, булғанына ғына шөкөр итергәлер? Хәйер, артыҡ көсәнмәй генә ғүмер йомғағын һүтеүселәр ҙә арабыҙҙа байтаҡ. Шуныһы яҡшы билдәле, донъя малын үҙең менән бергә алып китеп булмай.
Берәүҙәр арҡырыны буй һалмайынса тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, юғарыла телгә алған мөғәллимә өс бүлмәле фатирға күсте, ире лә, үҙе лә ҡиммәтле автомобилдә елдерә. Етеш йәшәйҙәр, бөтәһе лә бар һымаҡ. Әммә ҡатын ҡасандыр ике ятып бер төшөнә лә инмәгән “поликлиника, табип, дарыу” һүҙҙәрен хәҙер йыш ҡабатлай.
Бүтәндәр араһында кәм-хур булмау, үҙеңдә көс тойоу, ауырлыҡтарҙы йырып сығыу өсөн аҡсаның ярҙамға килеүен яҡшы аңлайбыҙ. Берәү ҙә “мә, аша” тип ҡулыңа икмәк килтереп тоттормаясаҡ, кейендермәйәсәк тә, ауырыҡһынған осраҡта бушлай дауаламаясаҡ. Әлбиттә, аҡса тәңгәлендә һәр кем бәхетте үҙенсә күрә. Берәү бәләкәй генә эш хаҡына мөрхәтһенеп, үҙен йылғалағы балыҡ шикелле хис итһә, икенсеһе шуның ниндәйҙер өлөшөн һаҡлыҡҡа һалып бармаһа, иманым камил, төндә тыныс йоҡлай алмаҫ.
Ошо хаҡта берәү менән бәхәскә индек.
– Бының икеһе лә дөрөҫ түгел, – тип ҡаршы төштө ул. – Вайымһыҙ ҙа, моңһоҙ ҙа булырға ярамай. “Иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын” тигәндәр миңә фекерҙәш түгел. Шул уҡ ваҡытта көн дә бер үк нәмә – нисек тә аҡса табыу хаҡында уйланыу ҙа – хата аҙым. Аҡса ҡоло булмаһаҡ ине, ә уның был тормошта тотҡан урынын аңлап ҡабул итергә кәрәк. Ахыр сиктә, аҡсаны дөрөҫ тотон. Шәхсән үҙем бәләкәй генә суммаға кредит юлланым.
Миңә ҡалһа, тир түгеп тапҡан аҡсанан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә белеү зарур. Бәрәкәте булһын. Әгәр ҙә бөгөн ҡыйбатлы кеҫә телефоны алырға мөмкинлек юҡ икән, ябайы менән хушһын. Аҡсаға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыу мөһим.
- Илдар АҠЪЮЛОВ