

Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова социаль селтәрҙә үҙ блогын алып барырға ваҡыт таба. Уның “Илһам иле мәҙәктәре”н күптәр ҡыҙыҡһынып уҡый, “Һәр көн – бүләк!” тип аталған блогында ла ҡыҙыҡлы яҙмаларын уртаҡлаша. Был юлы Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы сөсө икмәк тураһында бик “тәмле” пост яҙған.
– Сөсө икмәкте әсәйем “көлгә икмәк” ти торғайны. Уны үҙгәртеп, “ҡулға икмәк” тип тә әйтә торғайныҡ.
Икмәктән өҙөлөп торғанда тиҙ генә сөсө икмәк һалып ебәрер ине әсәйем. Уның тәмлелеге... Мейестең уты һүрән булһа, көлгә күмеп бешерер ине. "Башҡортҡа көл ашау кәрәк ул. Беҙҙең ризыҡтар борон күпселек көлдә бешкән" тиер ине.
Сөсө икмәк тиҙ әҙерләнә. Ҡабарғанын көтөп тороу ҙа кәрәкмәй. Ҡул осонда нимә бар, шунан әүәләнә. Хәс тә әкиәттәге йомро әпәкәй кеүек. Әсегән һөттән дә, ауыл ҡаймағынан да, маргариндан да баҫҡаным бар – сөсө икмәк һәр саҡ уңа. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоям, ярты сәй ҡалағы тирәләй аш содаһы һалам, саҡ ҡына аҙыраҡ та мөмкин – нисек эләгә ҡалаҡҡа. Бер сәй ҡалағы тоҙ ҡушам. Кем нисектер, мин бер йомортҡа ҡушам, шуға кетерләгәнерәк килеп сығалыр, тим. Ондоң күләмен үлсәп тормайым, күпме кәрәк, шул сама алам. Ҡамыр шыйыҡ булмаҫҡа тейеш, шул уҡ ваҡытта ныҡ тығыҙ ҙа кәрәкмәй – өҫтөндә һүрәт ҡалырҙай. Табаға эшләп ҡуйғас, мейес ҡыҙғансы ғына ултыртып торам.
Сөсө икмәкте мейескә тығыр алдынан бысаҡ менән бәләкәй ромбтар һыҙам, һәр ромбтың уртаһын сәнске менән тишеп сығам. Быны уртаһы ла бешһен, тиҙерәк әҙер булһын, тип эшләйҙәрҙер, моғайын.
Тағы ла ошолай эшләү тик әсәйемә хас, был үҙе уйлап тапҡан һүрәт, үҙенсәлекле ғәмәл, тип уйлай инем. Баҡтиһәң, бөтә яҡта ла – Әбйәлилдең һәр ауылында ла, Ырымбурҙа ла, Күгәрсендә лә, Бөрйәндә лә шулай бешерәләр икән. Хатта халҡыбыҙҙың бренды булырҙай ризыҡ икән ул – сөсө икмәк!
Ҡайһылыр яҡта бәләкәй генә түңәрәк формала бешерәләр икән. Исемен дә әйтәләр ине, яңылышмаһам, "өшәкәй" тигән кеүек. Был да минең өсөн яңылыҡ. Шулай бешереп тә ҡарағаным булды. Бик йәтеш кенә килеп сыға икән. Күстәнәскә һәйбәт тип ҡуйҙым.
Сөсө икмәкте мейестә өҫтө алһыулана биргәнсе бешерәм, 45 минут – күнегелгәнсе – бер дәрес ваҡыты тирәһе ваҡыт үтә. Бешә башлағанын тәмле еҫтәр сығыуҙан да белергә була.
Бешеп сыҡҡан сөсө икмәккә бысаҡ тейҙермәйем. Шулай күнегелгән – ромбтарынан ҡул менән бүлеп өҫтәлгә бирәм. Яңы ҡаймаҡ менән ашау үҙе байрам. Һары май менән дә шылып ултыра. Сәй янына аҫыл ризыҡ ул – сөсө икмәк. Балаларым кетерләп торған ерҙәрен ашарға ярата. Үҙе йомшаҡ, үҙе туҡлыҡлы ризыҡ оҙаҡ ятһа ла иҫкермәй, хатта тәмләнә төшә.
Кемгәлер яңылыҡ асам тип яҙманым, әлбиттә. Иҫтәребеҙгә төшөрөп, сөсө икмәк бешереп алайыҡ әле ошо көндәрҙә. Көҙгө ямғыр ваҡытында өйгә ҡот, тәм, йылы өҫтәйек.
Аштарығыҙ тәмле, ҡулығыҙ ҡотло, табындарығыҙ йәмле, түңәрәк булһын, күңелегеҙ сөсө икмәк кеүек йәйелеп торһон, – тип яҙа автор.
Ә һеҙ сөсө икмәкте ниндәй рецепт буйынса бешерәһегеҙ?
- Л. НУРЕТДИНОВА

