Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 04:00

Байҙар машина өсөн күпме һалым түләй?

Тәүге урында – Lamborgini Huracan хужаһы, ул 287 мең һумдан ашыу һалым түләргә тейеш. Артабан исемлектә... 

Байҙар машина өсөн күпме һалым түләй?Байҙар машина өсөн күпме һалым түләй?
Байҙар машина өсөн күпме һалым түләй?

Башҡортостандың һалым хеҙмәте республикала теркәлгән ниндәй машина хужалары иң ҙур транспорт һалымы түләйәсәген иҫәпләгән. Тәүге урында – Lamborgini Huracan хужаһы, ул 287 мең һумдан ашыу һалым түләргә тейеш. Артабан Mercedes-Benz AMG S 65 хужаһы килә – 284 мең һум, өсөнсө урында – Mercedes-Benz AMG G 63 (236 мең һум). Дөйөм алғанда, республикала хаҡы 3 миллион һумдан юғары булған дүрт меңдән ашыу машина теркәлгән, уларҙың барыһына ла транспорт һалымы юғары коэффициентта иҫәпләнә.

Әйткәндәй, 2021 йылда фатиры, машинаһы, ер биләмәһе, гаражы йәки башҡа төрлө милке булған кеше 2022 йылдың 1 декабренә тиклем үҙаллы рәүештә милек һалымы түләргә тейеш.

1 декабрҙән һуң бурыс суммаһына проценттар өҫтәлә башлай: көнөнә дөйөм сумманың 0,025 проценты. Күпмелер ваҡыттан һалым хеҙмәте бурыс, пеня күләме һәм түләү ваҡыты яҙылған квитанция ебәрәсәк, әгәр ул осраҡта ла бурысығыҙҙы ҡапламаһағыҙ, ҡәтғирәк яза көтә: бурыс суммаһының 20 процентына тиң штраф һалына. 

Фото: 1zoom.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас