Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 18:30

Беҙҙә сит ғаиләләр юҡ

Башҡортостан властары хәрби бурыстарын башҡарған ир-аттың ғаиләһен ҡарай. 

Беҙҙә сит ғаиләләр юҡБеҙҙә сит ғаиләләр юҡ
Беҙҙә сит ғаиләләр юҡ

Бөгөн кис Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Дөрөҫөн әйткәндә” тапшырыуының тура эфирында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә республикала күрһәтелгән ярҙам саралары, уларға кем иҫәп тота алыуы һәм уларҙы алыу механизмы хаҡында һөйләштеләр.

Сығарылышта ошо ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыуҙа – балалар туҡланыуы, белем биреү хеҙмәттәре һәм ирекмәндәр ярҙамынан алып транспортҡа, медицина хеҙмәтләндереүенә, эш урындары менән тәьмин итеүгә тиклем – төрлө ведомстволарҙың, ойошмаларҙың яуаплы эксперттары ҡатнашты. Улар араһында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, район хакимиәттәре, Мәғариф һәм фән министрлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре булды.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияға алынғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам төрҙәре күп. Саралар тураһында өлөшләтә мобилизация иғлан ителеп күп тә үтмәне, билдәле булды һәм тиҙ арала улар эшләнеп, үҙ көсөнә инде. Кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителде, закондар әҙерләнде. Бөгөн уларҙың һаны утыҙҙан ашыу тип иҫәпләнә. Ярҙам саралары башлыса балалы ғаиләләргә ҡағыла.

Ярҙамды алыу өсөн мәшәҡәттәр күп түгел. Иң мөһиме - хәрби комиссариаттан ирегеҙҙең йәки улығыҙҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы тураһында белешмә алыу. Уның нигеҙендә тейешле ведомствоға мөрәжәғәт итеп ярҙам алырға була. Мәҫәлән, баланы сиратһыҙ балалар баҡсаһына биреү, уны унда һәм мәктәптә бушлай туҡландырыу, мәктәптә бала өсөн оҙайтылған көн төркөмөн булдырыу һәм башҡалар бар. Шулай уҡ уҡыусыларҙың транспортта бушлай йөрөүе ҡаралған, “Һөт кухняһы” тауарҙары бушлай биреләсәк, шифаханаларҙа һауыҡтырыу ойоштороласаҡ һәм башҡалар.

Бынан тыш, тапшырыуҙа бәләкәй балалары менән ирҙәрен оҙатҡан ҡатындар тураһында сюжеттар күрһәтелде. Уларға башлыса ирекмәндәр ярҙам итә икән. Әсәйҙәрҙең һорауы ҙур түгел – бала менән поликлиникаға йәки документтар йыйыу өсөн учреждениеға алып барыу талап ителә. Ирекмәндәр быны ихлас башҡара.

Тапшырыуҙың төп һығымтаһы шул булды: “Беҙҙә сит ғаиләләр юҡ”. Һәр ир-ат үҙ бурысын ғаиләһе өсөн тыныс күңел менән башҡарһын өсөн Башҡортостан властары улар өҫтөнән хәстәрлек алды һәм был йөкләмәне үтәй.  

Фото: "Дөрөҫөн әйткәндә" тапшырыуы яҙмаһынан скриншот.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас