Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 17:45

Белорет паркы - иң яҡшыһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

Белорет паркы - иң яҡшыһыБелорет паркы - иң яҡшыһы
Белорет паркы - иң яҡшыһы

“Белореттағы “Горизонт аша аҙым яһа” паркы проекты “BLT Built Design Awards 2022” конкурсының “Ландшафт” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды һәм “Алтын Терзини” халыҡ-ара архитектура-дизайнер премияһының алтын дипломына лайыҡ булды”, - тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

“Был ике халыҡ-ара конкурста еңеү йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү йәһәтенән юғары планка тотоуыбыҙҙы тағы бер тапҡыр раҫланы. 

Хәтерегеҙгә төшөрәьеҙ, “Горизонт аша аҙым яһа” проекты – Бөтә Рәсәй 2020 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙәр уңайлы ҡала мөхитен ойоштороу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеүселәрҙең береһе. Ул тормошҡа ашырыу өсөн федераль грант алды. Уй-ниәттең нигеҙе – Белореттағы мәҙәниәт һәм ял паркын, йылға буйҙарын яңыртыу. Авторы – “Orchestra Design” студияһы. Проекттың кураторы Институт развития городов Башкортостана булды.

Белореттарҙың үҙҙәренең ҡатнашыуы ҙур мәғәнәгә эйә булды. Был мөһим – биләмәләрҙе төҙөкләндергәндә һәр ваҡыт урында йәшәүселәрҙең фекере иҫәпкә алынырға тейеш.

Белореттарҙы һәм ҡатнашы булғандарҙы еңеү менән ҡотлайым!”

Фотолар Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Белорет паркы - иң яҡшыһы
Белорет паркы - иң яҡшыһы
Белорет паркы - иң яҡшыһы
Белорет паркы - иң яҡшыһы
Белорет паркы - иң яҡшыһы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас