Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 11:00

Ғибрәтле яҙмыш

proza.ru
Фото:proza.ru

Һәр ваҡыт фәһем ала инем...

Тынысһыҙ йоҡланы бөгөн Лилиә. Теүәл бер йыл элек мәрхүмә булған апаһы төшөнә инде. Лилиәгә 19 йәш тулыр көнгә ҡараған төндә ахирәткә күскәйне ул. Алдан һиҙгән кеүек, һеңлеһе Гөлкәй менән, “Уҡырға китмәҫ элек күреп сығайыҡ әле” тип, ул йәшәгән ауылға барғайнылар, тик күршеһе Гөлнур: “Апайығыҙ янына индермәйем, хәле бик ауыр. Ҡараңғы төшмәҫ борон кире ҡайтығыҙ”, – тине лә ишекте шарт ябып инеп китте. Ишек ябылған арала өйҙән ыңғырашҡан тауыш ишетелде. Был йәлләүес иңрәүҙе ишетеүҙән ҡыҙҙарҙың тәне зымбырлап китте...

Бөгөн таң һарыһынан шул ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәреп ятты. Нимәне аңлата һуң был төш? Нисек юрарға? Әллә кисә бергә уйнап үҫкән, әлеге көндә аралашҡан әхирәттәрен юбилейы хөрмәтенә сәйгә саҡырып алыуын хушһынманымы әруах? Уйлап ҡараһаң, уның тыуған көнөнә апаһының йыллығы тура килеүендә Лилиәнең ни ғәйебе бар?

Үҙе лә табын йыйырға теләмәй ине, ниңәлер яратмай ошо байрамды.  Хатта эстән генә апаһының йыллығы тыуған көнөнә тура килеүгә ҡыуанып та ҡуйғайны. Тик әсәһенең: “Улай булмай инде, балам. Ҙурҙан ҡупмаһаң да, әхирәттәреңде йыйып ал”, – тигән һүҙенә ҡаршы төшә алманы. 

Төшөндә апаһы ҡотһоҙ көҙгө көндә, ҡара оҙон күлдәктә ине. Башына ябынған яулығы аша уның пеләш икәнен абайланы. Нисә йыл яман шешкә ҡаршы көрәшеп ҡойол­ған ҡуйы сәсе урынына күпереп бөҙрәләре сыҡҡансы өйҙә яулыҡ ябынды, урамға сыҡһа, килешле генә итеп яһалма сәс кейә ине.

Лилиәне бәләкәйҙән яратты апаһы. Бер мәл шулай, бала са­ғында уларға ҡунаҡҡа барып, еҙнәһенең гармунын күргәс, “мин ҡайт­майым”, тип әсәләренән тороп ҡалды. Шкафтың аҫҡы бүлкә­тендәге гармунды һөй­рәп сығарып  уйнарға маташҡан һеңлеһенең ҡаршыһына, мандолинаһын тотоп, апаһы килеп ултырҙы. Кис етеүгә, гармунға алданып ҡалған Лилиәнең илауын күргәс, ике кәнәфиҙе тоташтырып, “Бына, ҡара әле, һиңә хан ҡыҙыныҡы кеүек матур итеп йоҡларға урын әҙерләнем”, – тип йыуатып, әкиәт һөйләп йоҡлатҡаны әле лә иҫендә.

Студент йылдарында ла Лилиә ҡаланан ҡайтып килешләй оло юлда төшөп ҡала ла туп-тура апаһына килә ине. Ә ул, тәүлектең ҡайһы сәғәтендә барып инмә, һәр саҡ йылы сәй менән ҡаршы алып, төнгә ҡайтһа, йомшаҡ юрғандарын йәйеп, йоҡларға урын әҙерләп ҡуя ине.

Хәҙер ҙә бик йыш булмаһа ла, бәләкәс һеңле-ҡустыларын күрергә инеп сыға Лилиә, тик ҡунырға ҡалмай. Улары ла үҫеп етеп таралыша башлағас, былай ҙа моңһоу өй эсе тағы ла ҡотһоҙораҡ булып ҡалған кеүек.

Сәйер төшө хәҙер инде аҙнаға яҡын Лилиәне төрлө уйҙарға һала. Ҡара күлдәк кейгән, йәше ҡырҡҡа яҡынлаған ҡатын бер ат арбаһы итеп әйбер тейәгәйне. Ул Лилиәнең ҡаршыһына килеп баҫты. Тик уға баҡҡан ҡараштан ҡыҙ бер ни ҙә төшөнә алманы. Ниҙер әйтергә теләгән кеүек тә, ниҙер йәшергән дә һымаҡ.

Икеләнеү тойғоһо кисергән Лилиә киске аш әҙерләгән ваҡытта, әсәһенең ҡылын тартып ҡарап, апаһы тураһында һорашырға булды. Тәү ҡарашҡа уҫал тойолһа ла, үтә ябай, киң күңелле ҡатын ҡыҙы­ның һорауына аптыраманы. Шәп-шәп итеп ҡырҡып ултырған һал­маһынан айырылып, күҙен тәҙрәгә төбәп, ҡояш һәр кис йәшенер алыҫ офоҡҡа ҡарап ултыра биргәс:

– Мин бында килен булып төш­кәндә, улар оялсан үҫмер ҡыҙҙар ғына ине әле. Йәм-йәшел күҙе, етен толомдары менән егеттәрҙең һушын яҙҙырып йөрөнө лә, уйла­мағанда, еҙнәһе булырға тейеш кешегә кейәүгә сыҡты ла китте, – тип йәтеш кенә итеп кеткелдәп көл­дө лә һалмаһын ҡырҡырға кереште.

– Нисек инде еҙнәһе тейеш кешегә? – Картуф әрсеп ултырған еренән аяғүрә тороп баҫҡан Лилиә әсәһенә аптыраулы ҡараш ташланы. – Улайһа, Рәфҡәт еҙнә кемде алырға тейеш ине һуң?

– Гөлнара апайың менән осрашып йөрөй ине ул ваҡытта Рәфҡәт еҙнәң, – тип дауам итте әсәһе. – Кемеһе кемен беренсе оҡшат­ҡандыр инде, бәлки, һөйөү хисе бер ҡараштан тоҡанғандыр. Һин дә мин гөрләтеп донъя көтөп алды ла киттеләр. Гөлнара апайыңа ғына ауыр булды. Был хәлдән һуң 17 йыл үткәс кенә кейәүгә сыҡты. Бер ул тапты ла, башҡаса уйламаны ла. Кем белә, бәлки, ире менән араһы артыҡ йылы булмағандыр. Бәлки, өлөшөнә тигән көмөшөн яттар алғанғалыр. Ярай, иҫән кешегә үкенеү ҙә, шикләнеү ҙә, ғазапланыу ҙа ят түгел инде, – тип әсәһе, инде турап бөткән һалмаһын усына алып, һалмаҡ ҡына итеп йәнә таҡта өҫтөнә яуҙырҙы.

Апаһының, күрәләтә яттар араһына инеп, кемдеңдер ҙә түгел, үҙ туғанының бәхетенә ҡул һуҙы­уына Лилиәнең ышанғыһы килмәне. Киске сәғәт унда ул үҙ бүлмәһенә бикләнде. Әсәһенең һөйләгәндәренән һуң апаһының тормошон тағы бер ҡат күҙ алдынан үткәрҙе: уңған хужабикә, балаларына хәстәрлекле әсәй булды, бер ваҡытта ла тауыш күтәреп һөйләшмәне. Яҙ етеүгә, баҡсаһы шау сәскәгә күмелер ине. Тәбиғәтте яратты, айырыуса тауҙарҙы үҙ итте... Тик бына аяуһыҙ сир генә ғүмерен ваҡытһыҙ ҡыйҙы.

Төшөндә ул, әйбер тулы арбаның тәртәһен үҙе тотоп, зыярат яғына атлағайны. Был күренеште нисек юрарға белмәй аптыранып ултырған Лилиә, ҡапыл апаһының ҡасан яман сирҙән яфалана башлауын иҫләргә тырышып, телефондағы яҙмаларҙы эҙләй башланы. Бынан дүрт йыл элек килеп сыға. Унан бер йыл самаһы алда еҙнәһе менән аралары һыуына башлауы, оҙайлы командировкала йөрөгән саҡтарында хыянат итмәйме икән, тигән уйҙар тынғы бирмәүе хаҡында һөйлә­гәйне апаһы. Һуңынан был шиклә­неүҙәренең нигеҙле булыуы асыҡ­ланды. Шул йылдың көҙөндә яман шеш менән сирләүе асыҡланған апаһы һуңғы өс йылының күп өлөшөн дауаханала үткәрҙе.

Таң һыҙылып, күктәге йондоҙҙар берәм-берәм юғалыша башла­ғанын күҙәтеп тәҙрә төбөндә ултырған Лилиәнең уйҙары тормош фәлсәфәһен төшөнөргә теләп бутала ине. Апаһы гүр эйәһе булғансы уның тормошонан һәр ваҡыт фәһем ала ине, тик бер ғибрәте лә булған икән...

- Әлфинә ӘЙҮПОВА

Читайте нас: