

...1932 йыл. 16 май. 11.30 сәғәт. Ишембай. “Ҡара алтын” табыу буйынса тикшереү, өйрәнеү, анализлау эштәре артта, инде ер аҫтынан, 680, 15 метр тәрәнлектән нефть фонтаны урғыла! 36 метрлыҡ сәнәғәт нефте фонтаны...
Был күренеш Башҡортостан өсөн генә түгел, бөтә ил кимәлендә тарихи көнгә әйләнә! Сөнки халыҡ араһында “икенсе Баҡы” тип аталған был нефть ятҡылығы, артабан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәр өсөнсө танкты яғыулыҡ менән тәьмин итеп, Еңеү яуларға көс бирә, илебеҙҙең иҡтисади үҫешенең бер өлөшөн тәшкил итә!
Тәүге нефть фонтаны... Инде был ваҡиғаға ла бер быуатҡа яҡын ваҡыт үтеп бара, быйыл башҡорт нефтен асыуға 90 йыл тулды. Ошо ваҡиға айҡанлы республикала байтаҡ проекттар атҡарылды, объекттар сафҡа инде. Шундай күләмле эштәрҙең береһе Ишембай ҡалаһында ла башҡарылды. Бында республикала киң билдәле “Вышка-бабушка” монументы реконструкцияланды, ул урынлашҡан урын төҙөкләндерелде. Ә күптән түгел һәйкәл реконструкциянан һуң тантаналы шарттарҙа ҡайтанан асылды. Ошо уҡ көндә районда 90 йыллыҡ юбилей айҡанлы нефть табыу өлкәһендә эшләгән ветерандарҙы, тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен дә тәбрикләп үттеләр. Байрам сараларында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы генераль директоры Андрей Лазеев, етәкселәр, нефть табыу һәм эшкәртеү өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Байрам саралары тарихи һәйкәлде реконструкциянан һуң асыу тантанаһынан башланып китте.
– Беҙ бәләкәй саҡта был урынға йыш килә инек. Һәйкәл Ишембай ҡалаһында ғына түгел, республикала киң билдәле, монумент янына никахҡа ингән парҙар, туй ҡунаҡтары фотоға төшөргә килә. Йәштәр, өлкәндәр йыйыла. Бында, йәшенә, милләтенә, һөнәренә ҡарамай, һәр кем күңел йылыһын таба, – тине Радий Фәрит улы монументҡа һоҡланып.
Артабан Радий Хәбиров һәм Андрей Лазеев “Вышка-бабушка” һәйкәленә сәскәләр һалды.
Әйтергә кәрәк, “Башнефть” (“Роснефть” нефть компанияһы составына инә) акционерҙар нефть компанияһы республикала һәр ваҡыт социаль сәйәсәткә иғтибар бүлеүҙә ошондай хеҙмәт кешеһенә хөрмәт, тарихҡа һаҡсыл ҡараш, тыуған илгә ҡарата һөйөү, иҡтисади үрҙәргә иғтибар һәм ғорурлыҡ тойғолары уятҡан объекттарҙы төҙөү, яңыртыу менән дә мәшғүл. Был проект та Ишембай халҡы өсөн генә түгел, ә бөтә республика кимәлендә ҙур мәғәнәгә эйә һәйкәл булып тора, Башҡортостанда тәүге нефть ҡайҙа сыҡҡанлығына ғына ишара яһап ҡалмай, ә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү ниндәй ауырлыҡтар һәм ҡорбандар аша яуланғанын, ошо Еңеүҙең ҡәҙерен белергә кәрәклеген иҫкә төшөрә. Элекке сәнғәт объекты хәҙер республикала туризм үҫешенә лә булышлыҡ итмәй ҡалмай, сөнки Ишембай районында урынлашҡан Торатауҙы күрергә килгән туристар, ҡалаға һуғылып, ошо монументты ҡарап, тарихты байҡап, һоҡланып ҡайтып китә.
Монументтың тарихына туҡталғанда, уны 1967 йылда ҡуялар. Ул 702-се быраулау скважинаһында эшләгән. Нәҡ ошо вышка республикала тәүге “ҡара алтын”ды сығара ла инде. Ә скважинаны 1981 йылға тиклем ҡулланалар. Илле йылға яҡын ваҡыт арауығында 702-се скважинанан 37,9 мең тонна нефть алалар.
Мемориаль комплексты реконструкциялауға 70 миллион һум аҡса сарыф ителгән. “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы йүнәлткән ярҙам нигеҙендә быйыл реконструкциялау буйынса барлыҡ эштәр ҙә башҡарылып сыҡты.
Ишембай нефтселәре – республикала был өлкәлә тәүге бураҙна ярыусылар, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индереүселәр. Ишембай нефтенән Башҡортостанда заводтар, ҡалалар башланған, бөгөн дә тармаҡ үҫешә. “Башнефть” һуңғы биш йылда ғына ла республикала социаль сәйәсәткә 18 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.
– Башҡортостан һәм “Роснефть” араһындағы хеҙмәттәшлек нигеҙендә республиканың 49 районында 220-нән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Барлыҡ нефтселәрҙе, ошо өлкә ветерандарын ҡотлайым, һаулыҡ һәм уңыштар теләп ҡалам! – тип билдәләп китте Радий Фәрит улы тармаҡтың 90 йыллығына арналған сарала.
Тантанала “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы генераль директоры Андрей Лазеев та коллегаларын ихлас тәбрикләп үтте.
– Уйлай китһәң, Ишембай ере – тарихи урын бит! Ошо ваҡиға артабан ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырып, сәнәғәт ҡеүәтен арттырған. Бөгөн айырыуса ветерандарыбыҙға рәхмәт әйтеп үткем килә. Беҙ һеҙ булдырған традицияларҙы дауам итәбеҙ һәм был алым яңы үрҙәр яуларға нигеҙ булып тора, шуға республикала нефть-газ етештереү өлкәһендә алдынғылар рәтендәбеҙ! – тигән рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе ул.
Ошондай күп ҡырлы маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән монументтар булһын, республикабыҙ сәнәғәте үҫешһен, “Башнефть” компанияһы артабан да сәскә атһын тип теләргә генә ҡала.
- Рәмил МАНСУРОВ