Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 04:43

Изгелек донъяны ҡотҡарыр!

Ил өсөн ауыр заманда халыҡтың ярҙамы айырыуса кәрәк.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Мәләүез районының Иштуған ауылы биләмәһендә битараф булмаған халыҡ, үҙ-ара кәңәшләшеп, “Изгелек” исемле төркөм булдырған.

Ил өсөн ауыр заманда халыҡтың ярҙамы айырыуса кәрәк. Бындағы ағинәйҙәр һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн ярҙам ойоштороу, һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә рухи, әхлаҡи һәм матди яҡтан булышлыҡ итеү. Дөйөм эш 15 кешене берләштергән.

Флүсә Әминева, ошо эште башлап ебәреп, халыҡтан кәрәк-яраҡ һәм аҡса йыйыуҙы ойошторған. Башта тупланған әйберҙәр бер һалдат өсөн генә булһа, һуңғараҡ хәйриә акцияһына Иштуған халҡы ла ҡушыла. Ойоҡбаштар бәйләп, Пенза ҡалаһында урынлашҡан часҡа ебәрәләр. Бөгөн бишенсе посылка әҙерләнә. Бөтәһе 100-ҙән ашыу ҡул эшен мөнәжәттәр әйтеп, изге теләктәр юрап бәйләгәндәр.

Хәҙер инде яҡын-тирәләге халыҡ та ҡушылды. Нөгөштән Фәнилә Абдулғәниева ойоҡтар бәйләп килтергән. “Башҡа төркөмдәр ҙә беҙҙең кеүек ярҙам итһен ине”, – ти ҡул эше оҫталары төркөмө етәксеһе Гөлшат Сынтимер ҡыҙы.

Иштуған ауылынан Илшат Хөснөтдинов, Ривал Мөхә­мәт­шин һәм Һыртландан Марат Сарбалеев әлеге көндә хәр­би бурыстарын үтәй. Тыуған яҡҡа иҫән-һау, имен ҡайтһын егеттәр!

- Гөлназ САЛАУАТОВА

Читайте нас