Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 05:25

Мәңге иҫтә ҡалыр йәй

Август башында, һис көтмәгәндә, миңә “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина шылтыратты. Баҡтиһәң, ҡыҙым Диләрә Мәсәғүтова I республика “Боронғо дөйә” асыҡ һүрәттәр конкурсында еңгән икән. Улар беҙҙе Өфөгә, аҙаҡ конкурс положениеһына ярашлы, “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексына сәйәхәткә саҡырҙы. Башҡортостандың Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” мәмерйәһе янында булдырылған музей хаҡында ла ишетеп кенә белә инек. Ул июль башында асылғайны.

Бер-ике көн эсендә йыйынып, Башҡортостанға сәйәхәткә сығып киттек. Лариса Хашим ҡыҙы беҙҙе, туғандарылай күреп, ихлас ҡаршы алды. Аҙаҡ башҡа лауреаттар менән бергә Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы офисында йыйылдыҡ һәм Бөрйән районына юлландыҡ. Юл буйы Баш­ҡортостан тәбиғәтенә һоҡланып барҙыҡ: бейек ҡаялар, тауҙар, көнбағыш, иген сәселгән икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙар, урмандар, йылғалар!

Барып етәрәк Аҡбуҙат һәйкәле эргәһендә туҡталдыҡ. Балалар баҫ­маһына исем дә, моғайын, “Урал батыр” эпосындағы ошо аттың мөғ­жи­зәүи көсөнә ышанып бирел­гән­дер. Шуныһына ғәжәп­ләндем: Баш­ҡортостан балалары эпосты яҡшы белә, унан өҙөктәр һөйләп ишет­терҙе. Аҡбуҙат ысын мәғәнәһендә тере ат кеүек тойолдо, әйтерһең дә, бына-бына әкиәт иленә, болоттар араһына алып сабыр төҫлө!

Музей хеҙмәткәрҙәре беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Уңайлы ҡунаҡхана бүлмәләренә урынлаш­тырҙылар, тәмле ризыҡтар менән һыйланылар. Башҡортостан райондарынан башҡа лауреаттар ҙа йыйылып бөткәс, “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры  Фәүзил Маликов һәм  конкурсты ойоштороусылар ҡатнаш­лығында конференция һәм бүләк­ләү тантанаһы булды. Беҙгә му­зейҙы асыу идеяһы һәм тарихы ха­ҡында һөйләнеләр. Балалар “Урал батыр” эпосы менән йәнһүрәт аша ла танышты. Һәр балаға дүрт телдәге китап, “Аҡбуҙат” журналы­ның яңы һаны бүләк ителде. Иң бәләкәй еңеүсегә өс йәш икәнен белгәс, мин тамам ғәжәпләндем! Конкурста Башҡортостан, Рәсәй балалары ғына түгел, Ғәрәп Әмирлектәренән дә уҡыусылар ҡатнашҡан. Рәсәй төбәктәренән берҙән-бер еңеүсе булараҡ, Диләрә ҡыҙыма Аҡбуҙат статуяһын бүләк иттеләр. Уны ошо конкурс өсөн Дүртөйлө балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Мөнирова яһаған.

Аҙаҡ музей менән таныштыҡ. Ер шарында кешеләрҙең, тере йән эйәләренең барлыҡҡа килеү, “Шүлгәнташ” мәмерйәһендәге  бо­ронғо һүрәттәр тарихы хаҡында һөй­­ләнеләр. Музей менән таны­шыусыларға һәр мәғлүмәт хәҙерге заман технологияларына таянып бирелә. Балалар үҙҙәренең буйын тәүтормош кешеләренеке менән сағыштырып ҡараны, һәр кем үҙ дөйәһен дә төшөрөргә өлгөрҙө. Махсус ҡорамалдар ярҙамында ғалимдарҙың фекерен тыңларға,  видеороликтар ҡарарға ла була. Шулай уҡ  киләсәк быуынға үҙ һүҙеңде лә әйтеп ҡалдыра алаһың! Балалар өсөн был музей – иҫ киткес мауыҡтырғыс донъя, үҙе бер дәреслек! Бер һүҙ менән генә бындағы хеҙмәттең мөһимлеген, мәғлүмәттәрҙең әһәмиәтлелеген, Ер шарында тормош, кешеләр барлыҡҡа килеүе тураһында үҙенсәлекле итеп күрһәтелгәнен әйтеп, аңлатып бөтөп тә булмай. Һәр кемгә барып күрергә кәрәк!

Музейҙан  һуң беҙҙе Шүлгәнташ мәмерйәһенә алып барҙылар. Унан күл ағып сыға, дөйә, мамонт, бизон һәм башҡа йәнлектәрҙең һүрәттәре күсермәләре шулай уҡ мөғжизәүи донъя хасил иткән. Бер көн эсендә беҙ шул тиклем ҙур кисерештәр сол­ғанышында булдыҡ, хатта тәьҫораттарҙы һаман да һөйләп бөтөрлөк түгел. Йөҙ тапҡыр ишет­кәнсе, бер тапҡыр барып күр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Күңелебеҙ үҫеп, иртәгәһенә Өфөгә юлландыҡ. Ҡайтыр алдынан Лариса Хашим ҡыҙы беҙҙе Өфөнөң йәме булған Салауат батыр һәйкәленә алып барҙы. Өфөлә Пермь крайы, ошо төбәк башҡорттары тураһында бик күп мәғлүмәткә эйә шәхестәр менән дә осраштыҡ. Медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева ҡы­ҙыма башҡорттарҙың Ғәйнә ырыуы тарихы хаҡында китап бүләк итте.

Ошо сараны, сәйәхәтте ойошто­роусыларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Шулай уҡ ҡыҙымдың һүрәтен конкурсҡа ебәргән Пермь крайының Ҡорман мәктәбе директоры Римма Мәхмүт ҡыҙы Дуҫҡаеваға айырыуса рәхмәтемде белдерәм.

- Анфиса МӘСӘҒҮТОВА
Пермь крайы

Читайте нас