

Һәр әсәйҙең яратҡан гөл-сәскәһе бар. Кемдер – алһыу раузалар, кемдер ялан сәскәләрен оҡшата. Шул уҡ ваҡытта ошо гүзәл зат вәкилдәренең үҙҙәрен дә ниндәйҙер сәскә менән тиңләштерергә мөмкин. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылы ҡыҙы Әлфинур Яҡупова иһә хас гөлйемеш кеүек сағыу, тау-таш араһында үҫкән умырзаялай ҡыйыу, тәүәккәл. Бынан тыш, ул тырыш, ныҡыш, маҡсатлы, әйткән һүҙендә торор, хатта ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатын...
Әлфинур Миҙхәт ҡыҙы урта белемде Ишембай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбендә алған. Ошо йылдарҙы әле лә йылы итеп иҫкә ала ул. Тап ошо ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева менән танышыу, уның дәрес-һабаҡтарын алыу буласаҡ һөнәрҙе һайлауында ҙур роль уйнай. Уҡытыусы һөнәрен Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында үҙләштерә Әлфинур Миҙхәт ҡыҙы. Тәүге эш юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһының 14-се мәктәбенән башлай. Һуңынан тыуған яҡтарына ҡайта, Йәлембәт урта белем мәктәбендә эшен дауам итә. Әммә, яҙмыш елдәре ҡабат уны Ишембай ҡалаһы менән бәйләй һәм мәғариф бүлегендә эш башлай. Мәғариф бүлегендә алты йыл туған телдәр буйынса методист вазифаһын башҡарғандан һуң йәнә яҙмыш Стәрлебаш районына алып ҡайта. Әлеге көндә ул – Йәлембәт ауылының Сафа Хәсәнов исемендәге мәктәптә ата-әсәләр комитеты рәйесе, Үрге Шәкәр ауылы старостаһы һәм Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтай ағзаһы.
Әлфинур Миҙхәт ҡыҙының төп байлығы, ғорурлығы – балалары. Улар тураһында һөйләгәндә уның күҙендә нурҙар сағылып киткәндәй. Өс бала әсәһе ул. Өлкән ҡыҙы Светлана өс университетты ла ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Әсәһенә оҡшаған тырыш ҡыҙ Мәскәү дәүләт инженер-экологтар университетын тамамлай, магистратураны Ҡазан энергетик университетында ҡыҙыл диплом менән бөтә. Бының менән генә туҡталып ҡалмай ул: Санкт-Петербург ҡалаһындағы Тау университеты аспирантураһында уҡый һәм быйыл уны тамамлағас, эшен һөнәре буйынса Санкт-Петербургта дауам итә. Икенсе ҡыҙы Элина Ишембай ҡалаһының 16-сы мәктәбен ҡыҙыл аттестат менән тамамлап, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында авиация техникумының II курсында белем ала. Өсөнсөһө, улы Эльнар – Йәлембәт урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы. Апалары кеүек тырыш, уңған, аҡыллы.
Әлфинур Миҙхәт ҡыҙы ире Эльмир Сафа улы менән йәшәү асылын тыуған ереңдә фиҙакәр хеҙмәттә күрә. Әле лә уңған әсәй бала сағындағы кеүек гөл-сәскәләр, төрлө йәшелсә-емеш үҫтерергә ярата.
Яҡуповтарҙың үҙ ҡулы менән һалып сыҡҡан матур йорто ла әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Бында уңғандар йәшәй.
Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылынан уңған әсәй Әлфинур Яҡупова өсөн дә тауыш бирегеҙ, дуҫтар, лайктарығыҙҙы ла, комментарийҙарығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ.
Фотолар: Әлфинур Яҡупованың ғаилә архивынан.