

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға килеү менән район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәренә махсус ял урындары булдырыу бурысын ҡуйҙы. Был урындың тәүге сиратта балалар һәм үҫмерҙәр өсөн хәүефһеҙлеге төп шарт ине. Төрлө федераль һәм республика программалары ярҙамында күпселек ҡала һәм район үҙәктәрендә парктар асыла башланы. Эш сәфәрҙәренә йыш йөрөгәс, төҙөлөш барышын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү икеләтә ҡыуаныслы.
Йәрмәкәй районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә, шул иҫәптән балалар именлегенә ҙур иғтибар бүленә. Балаларҙың юлда үҙҙәрен тота белеүе, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәүе – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Ошоно иҫәпкә алып, районда балаларҙы юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү майҙансығы булырға тейеш тигән ҡарарға киләләр һәм төҙөкләндерелә башлаған “Дуҫлыҡ” паркында балалар өсөн заманса төҙөлгән автоҡаласыҡ асалар.
– Был майҙансыҡта балалар баҡсаһына йөрөгән балалар, башланғыс класс уҡыусылары уйын аша юл ҡағиҙәләренә өйрәнәсәк. Уйын барышында материалды үҙләштереү еңелерәк. Был майҙансыҡ реаль хәрәкәт шарттарын тулыһынса тиерлек ҡабатлай һәм балаларҙы юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса хәҙерге заман талаптарына яуап бирә. Майҙансыҡта 71 юл билдәһе, светофор ҡуйылған, йәйәүлеләр үткәүеле булдырылған, юл билдәләре урынлаштырылған, – тип һөйләй район хакимиәте башлығының төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рауил Арыҫланов.
Йәрмәкәй ауылының “Дуҫлыҡ” паркын төҙөкләндереү 2017 йылда роликлы саңғы юлын төҙөүҙән башлана. Был эш “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Унан “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли өҫтөнлөклө проектына ярашлы маршрутты һалыу эше тамамланған. Йәйәүлеләр күпере лә ҡуйылған һәм уны яҡтыртыу сараһы күрелгән.
2019 йылда был программа буйынса төҙөлөш дауам итә. Йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һалынған, улар яҡтыртыла, балалар өсөн резина япма түшәлгән уйын комплексы төҙөлгән, паркты төҙөүгә йәмғеһе яҡынса 4 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Быйыл иһә был программаға ярашлы фонтан эшләй башлаған, тротуарҙар һалынған, беседка һәм усаҡтар эшләнгән.
Паркты төҙөкләндереү 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. Бәләкәй балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт майҙансыҡтары, йәйге сәхнә, кафе һәм ял урындары булдырыласаҡ, резина япмалы хоккей һәм футбол майҙансыҡтары төҙөләсәк.
Рауил Арыҫланов төҙөкләндереү эштәре тураһында һөйләгәндә атҡарылған эштәрҙе барлап таң ҡалаһың: ҡасандыр был урында һаҙлыҡ та булған, ағастар ҙа баҫып алған. Биш этапта үткән төҙөкләндереү эштәре барышында һаҙлыҡлы урындар киптерелгән, быуалар эшләнгән. Бында өйрәктәр, оя ҡороп, паркты йәмләй.
Паркта йылы миҙгелдәрҙә өс километр араны йәйәүләп тә, велосипедта ла үтергә була. Ҡышын иһә бынан саңғысылар өҙөлмәй.
Паркты төҙөкләндереүҙә һәм Йәрмәкәйҙең йөҙөк ҡашы итеүҙә урындағы халыҡтың тырышлығын да билдәләп үтергә кәрәк. Халыҡ, өмәләргә сығып, тәүге сиратта буласаҡ парк майҙанын ағас-ҡыуаҡтарҙан таҙартыу, сүп-сар йыйыу эшенә дәррәү ҡушыла. Өмәләр үткәреп, матур ағастар ултыртып, тирә-йүнде тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоу өсөн өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә тырыша.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА
Йәрмәкәй районы